Иҫке Ҡуянда ла байрам булыр08.12.2018
Баҡалы районының хакимиәт башлығы Александр Андреев Туҡбирҙе ауылындағы социаль учреждениеларҙың торошон ҡараны. Ауыл мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, спорт залы һәм мәктәп урынлашҡан йылы, йәмле, һәр ерҙә лә тәртип һөргән бина ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ҡалдырҙы.

Моғайын да, Туҡбирҙелә үҙ эшен яратҡан, егәрле кешеләр бөтә күңелен һалып эшләй торғандарҙыр. Ә бына Иҫке Ҡуян ауылында медицина хеҙмәтләндереү пункты яраҡлаштырылған, өҫтәүенә авария хәлендәге бинала урынлашҡан. Киләһе йылда бында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырыу планлаштырыла. Иҫке Ҡуян халҡы ошо көндө ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. “Мостафа ауылында шундай модулле ФАП уңышлы эшләй башланы бит, яҡташтарыбыҙ ошо хәстәрлеккә бик тә рәхмәтле. Яңы йылда яңы медицина учреждениеһының ауылдаштарыбыҙҙы ҡыуандырырына ышанабыҙ”, — тип өмөтләнә Иҫке Ҡуян халҡы.


Вернуться назад