"Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар – берҙәмлек хаҡындағы ваҡиға ул"07.12.2018
Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы яңылыҡты мәғлүмәт киңлегендә бик күптән көтәләр ине, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

– Торатау республикабыҙ өсөн – ябай тау, изге символ ғына түгел. Һуңғы йылдарҙа барған тауҙы һаҡлап ҡалыуға ҡағылышлы ҡаты бәхәстәр һөҙөмтәһенә ул Башҡортостандағы берҙәмлек символына, берләшеү хаҡындағы ваҡиғаға әүерелде, – тине ул. – Беҙгә күрһәтергә маташыуҙарынса, хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың ябай бәхәсе генә булманы был. Тап шуға күрә Торатауҙы һаҡлау тураһындағы ҡарар оҙаҡ көтөп алынды. Тауҙың һаҡланыу статусы булыуға ҡарамаҫтан, был мәсьәләлә бәхәстең әлегә тиклем дауам итеүе сәйер.



Вернуться назад