Ҙур баһа07.12.2018

Бөрйән районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы уҙғарылды. Унда 2018 йылда районда үткән команда-штаб уҡыуҙарына һәм дөйөм был өлкәләге эшмәкәрлеккә һығымта яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.


Команда-штаб уҡыуҙары һөҙөмтәләре буйынса БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан район ҙур баһа алды. Көтөлмәгән ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиға осраҡтарына райондың предприятие, ойошма-учреждениеларының һәм халыҡтың әҙерлеге тейешле кимәлдә булыуы билдәләнде.


Лайыҡлыларға хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.



Вернуться назад