“Һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу”07.12.2018
Сираттағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә Радий Хәбиров власть алдына ошондай уртаҡ бурыс ҡуйҙы. 1 – 6 декабрҙә медицина темаһы буйынса граждандарҙан 20 мөрәжәғәт теркәлгән. Уларҙың күбеһе белгестәр етешмәүгә ҡағыла. Кешеләр ашығыс ярҙам автопаркының иҫкереүенә зарлана.

Республика етәксеһе тар белгестәрҙең күсмә ҡабул итеүҙәрен ойошторорға ҡушты. Яңы йылға тиклем дауаханаларҙы яңы махсус транспорт менән дә тәьмин итеү күҙаллана. Республика бюджеты иҫәбенә Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 172 ашығыс ярҙам автомобиле тапшырыласаҡ. Тағы ла 49 машина федераль аҡсаға һатып алынасаҡ.

Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау объекттарын капиталь төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаны үҙләштерә алмағандарҙы тәнҡитләне.




Вернуться назад