Ҡағыҙ тултырыуҙың кәрәге ҡалмай06.12.2011
Бынан бер нисә йыл элек йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн район хакимиәтенең йәштәр бүлегендә сиратҡа торҙоҡ. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң шылтыраталар: “Һеҙҙең мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Тиҙҙән фатир аласаҡһығыҙ, шуға өс көн эсендә белешмәләрҙе яңыртығыҙ”. Бына һиңә мә! 15 төрлө белешмә йыйыуҙы өс көн эсендә түгел, өс аҙна эсендә саҡ теүәлләргә мөмкин. Нисек йүгергәнебеҙҙе белһәгеҙ! Әгәр был хәл алдағы 2012 йылда булһа, ул тиклем ыҙаламаҫ инек, сөнки 1 июлдән граждандарға дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү күпкә еңелләшәсәк. Кәрәкле документтарҙы, мәҫәлән, йәштәр бүлеге төрлө ведомстволарҙан үҙе юллап алырға тейеш буласаҡ.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы 210-сы Федераль законды тормошҡа ашырыуға ярашлы Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы. Унда Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов, “Кадастр палатаһы” федераль дәүләт учреждениеһының республика идаралығы директоры Игорь Шеляков, Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Галунов ҡатнашты.
Росреестр, башҡа федераль власть органдары, бюджеттан тыш фондтар 2011 йылдың 1 октябренән ведомство-ара хеҙмәттәшлектең яңы баҫҡысына аяҡ баҫты. Хәҙер улар хаттар ярҙамында ғына түгел, электрон мәғлүмәт менән алмашыу мөмкинлегенә лә эйә. Ә 2012 йылдың 1 июленә тиклем электрон формала ведомство-ара документтар һәм мәғлүмәттәр менән эшмәкәрлек итеүгә тотош төбәк һәм муниципаль ведомстволар, урындағы үҙидара органдары, Рәсәй Федерацияһының башҡарма власть субъекттары күсергә тейеш. Киләсәктә федераль кимәлдә 320 төр электрон хеҙмәт күрһәтеләсәк тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр, Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы, Федераль миграция хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, Пенсия фонды, Рәсәй Федераль хеҙмәт именлеге һәм башҡа ведомстволарҙа үҙ-ара электрон мәғлүмәттәр менән алмашыу эше юғары кимәлдә ойошторолған. Мәҫәлән, Росреестр быйыл төрлө ведомстволарҙың һорауы буйынса 3,5 мең яуап әҙерләгән. Әлегә тотош республикала был бәйләнеште булдырыу мөмкин түгел, сөнки күп кенә райондарҙа техник мөмкинлектәр түбән. Шулай ҙа киләсәктә ниндәйҙер хеҙмәттән мәғлүмәт алыу өсөн гражданға бары тик Интернет селтәре аша мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ.
– Кеше бер белешмә өсөн чиновник кабинеттарын бер туҡтауһыҙ тапарға тейеш түгел, – тип билдәләне Борис Мелкоедов. – Был закон ярҙамында халыҡтың мөмкинлеге артасаҡ, ваҡыт ҡағыҙ юллауға сарыф ителмәйәсәк. Документта административ регламент шарттары аныҡ билдәләнгән. Граждандар ниндәй белешмәләрҙе юллау мөмкинлегенә эйә, уларҙы тултырыу, ведомствоға ебәреү һәм, иң мөһиме, яуап алыу ваҡыты теүәл күрһәтелгән. Йыл аҙағына тиклем республика граждандары электрон варианттағы 15 хеҙмәттән файҙалана аласаҡ. 2012 йылдың 1 мартына тиклем ведомство-ара эшмәкәрлектең системаһы ҡороласаҡ, 1 июлдә уны тормошҡа ашыра башларға ниәтләйбеҙ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА


Вернуться назад