Стәрлетамаҡта сода етештереү маҡсатында Ҡуштауҙы эшкәртеү киләһе 30 йылда ошо тауҙағы туристик объекттарға, атап әйткәндә, тау саңғыһы базаһына, йәйәүлеләр маршруттарына йоғонто яһамаясаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәтендәге сығанаҡ.
– Тауҙы туристик объекттар булмаған яғынан эшкәртә башлаясаҡтар, – тине Хөкүмәттәге сығанаҡ. – Ошо ваҡыт эсендә яңы спорт һәм туристик ял объекттары төҙөләсәк. Шулай уҡ Ямантауҙа тау саңғыһы базаһы проектын тергеҙеү мөмкинлеге ҡарала.