Әбйәлил районында эш сәфәре ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Күсем мәктәбе автобусының иҫке булыуын күреп, уны тиҙ арала яңыртырға һүҙ биргәйне. Ошо көндәрҙә әйтелгән вәғәҙә тормошҡа ашты: районға өс өр-яңы автобус ҡайтарылды. Күсем руднигы, Байым урта мәктәптәре һәм Таһир Күсимов исемендәге гимназия яңы автобус алып һөйөндө.