Хаҡ мосолман булайыҡ07.12.2018
Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә әүәҫ. Кемгә кәрәкһә, динде шуға аңлатабыҙ.

“Улай булғас, ниңә үҙең намаҙ уҡымайһың һуң?” — тип һораһаң, намаҙ уҡымаҫҡа тауҙар хәтле сәбәп эҙләп сығаралар. Күрәһең, кеше һөйләй-һөйләй, аҡлана-аҡлана, Хужа Насретдин кеүек үҙе лә шуға ышана башлай. Был холҡо­боҙ­ҙо белгән Раббыбыҙ: “(Ҡайһы бер кешеләр) шулай Аллаһты һәм мөьмин­дәрҙе алдарға теләй, әммә ысынында улар үҙ-үҙҙәрен генә алдай”, — тигән.

Ҡөрьән, “Һыйыр” сүрәһе, 2:9.


Вернуться назад