Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бер аҙна эсендә фельдшерҙарға ауырығанлыҡ ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепт яҙыу вәкәләте биреү тураһында аныҡ тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте. Был турала Хөкүмәттә үткән “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә һүҙ барҙы.
Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләр рецепт йәки ауырығанлыҡ ҡағыҙы артынан район һәм ауыл участка дауаханаларына барырға мәжбүр. ФАП-тарҙың күпселегендә бындай хеҙмәт күрһәтелмәй. Шул уҡ ваҡытта Өфө районындағы һәм баш ҡаланың Октябрь районындағы фельдшерҙар бындай вәкәләттәргә күптән эйә.
– Һаулыҡ һаҡлауҙы халыҡҡа яҡынайтырға кәрәк. Минеңсә, дүрт йыл уҡыған фельдшерҙар дөрөҫ диагноз ҡуя беләлер, уларға ышанайыҡ, – тигән тәҡдим индерҙе төбәк етәксеһе. – Мәсьәләне ентекле тикшереп, бер аҙнанан, киләһе “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә уға нөктә ҡуяйыҡ.