Был донъяны ирҙәр төҙөгән07.12.2018

Ысын ир-егет өсөн ҡатын-ҡыҙ көслө була алмай.

Интернетта машинаның артҡы быялаһында фотолағы ошо яҙыуҙы беренсе тапҡыр күргәс, аптырап ҡалдым. Бер аҙҙан фото, “лайыҡ”тар, репостар йыйып, күҙгә йыш салына башланы. Ҡаршы комментарий яҙыусы бер генә кеше лә табылманы. Нисек инде үҙ машинаңа ошондай яҙыу ҡуйырға була? Башымда ирекһеҙҙән ниндәйҙер шик, тора-бара хәүеф тыуа башланы: бындай яҙыу ни өсөн башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙарында осрамай? Башҡорттоң гүзәл заттары ниндәйҙер һыҙаты менән башҡаларҙан айырыла түгелме, тигән тәбиғи һорау яуап табыуҙы талап итте.

Беҙҙең ҡыҙҙар ҡырыҫыраҡмы?

Был фотоны күргән бер танышым да үҙенең шик-шөбһәһе менән уртаҡлашты. Нисек була инде, ти, ул: беҙ ҡатыным менән бына тигән ике малай тәрбиә­ләнек, ә уларға ошоноң ише ҡыҙҙар кәләш булып эләкһә, харап буласаҡ бит. Аптырама, үҙебеҙҙең милләт араһынан яҡшы килен тапмаһалар, берәй мәрйәгә өйләнерҙәр – ислам дине быны тыймай бит, тип тынысландырған булдым. Үҙ башҡортоңа өйләнеү яҡшыраҡ икәнен аңлаһам да...

“Ҡаҙаҡ далаларында әле лә “Батыр үҫтергең килһә, башҡорт ҡыҙына өйлән” тигән әйтем йө­рөй” тип яҙып сыҡҡайны бер рес­публика баҫмаһы. Быны уҡығас, ҡаҙаҡ дуҫтарымдан һо­рап белештем. Баҡтиһәң, был уйҙырма икән. Быны ташҡа баҫып сығарыу өсөн журналисҡа шәхси ышаныс ҡына етмәй. Фән йәки тормош тәжрибәһе йәһә­тенән иҫбатлауың да мөһим. Был әйтем дөрөҫ булһа, ни өсөн беҙҙә батырҙар күренмәй һуң, тигән урынлы һорау ҙа тыуа.

Ошоға бәйле тағы ла бер һорау: “Ни өсөн ҡайһы бер баш­ҡорт егеттәре “батыр үҫтерер” ҡыҙҙарыбыҙға өйләнергә телә­мәй һуң?” Башҡа милләттән кә­ләш алыуҙы хуп күреүселәр ҙә бар бит. Был күренеште күптәр “беҙҙең ҡатын-ҡыҙ башҡаларға ҡарағанда ҡырыҫыраҡ” тигән фекер менән аңлата.

Беҙҙең телдә борондан һаҡ­ланып килгән ике һүҙ бар: “ирҙәүкә” һәм “ҡатынша”. Гүзәл зат араһында ир-егеткә хас холоҡло кеше осраһа, уның антиподы ла булырға тейеш икәне асыҡ бит инде. Рус телендә улар өсөн махсус һүҙҙәр юҡ, ундай ирҙәрҙе “как баба”, ҡатын­дарҙы “как мужик” тиҙәр. Исеме булғас, есеме лә була икәне һәр кемгә мәғлүм. Тимәк, беҙҙең башҡорт тарихында ошо ирҙәү­кәләрҙе һәм ҡатыншаларҙы “тыуҙырған” ниндәйҙер шарттар булған һәм бөгөн дә бар.

Рәсәй милләттәре араһында был күренештең тап башҡорттар араһында киң таралыуына тарихи сәбәптәр ҙә булышлыҡ итә. Батша хөкүмәте менән киле­шеүгә ярашлы, һәр башҡорт ир-егете 25 йыл армияла хеҙмәт итергә тейеш булған. Ошо ваҡыт эсендә уның ҡатыны ғаилә бағыуҙы үҙ иңенә алған. Ул ҡатын ғына түгел, ир ролен дә үтәгән. Икенсенән, даими ҡабат­ланып торған ихтилалдарҙан һуң унда ҡатнашҡан ир-ат золом­ға дусар ителгән. Был, әлбиттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙарының менталитетына тәьҫир итмәй ҡалмаған. Уларға бала саҡтан уҡ аташлыҡ хас. Ҡуша­мат­тары ла шул хаҡта һөйләй: ҡыҙ тәкә, әтәс, айғырша һ.б. Әле лә ундай ҡыҙҙар етерлек, улар, ғәҙәттә, үҫкәс президент, етәксе булырға хыяллана.

Европала үткән ике донъя һуғы­шы арҡаһында унда, шул иҫәптән беҙҙә лә, дисбаланс барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар һаны ир-егеттәргә ҡарағанда ун миллион­ға күберәк. 142 миллион кешегә яҡынса 40 миллион ғаилә тура килә. Ошо 40 миллион ғаиләнең тик 17 миллионы ғына атай-әсәй һәм балалары булған тулы ғаилә иҫәпләнә. Ҡалғандарының 12 миллионы – уҙаҡ, йәғни балаһыҙ һәм 11 миллионы — яңғыҙ әсәй йәки атай тәрбиәләгән балалы ғаилә.

Үрҙә әйткән ун миллион ҡатын-ҡыҙ башлыса утыҙ йәш­тән өлкәндәр иҫәбенә тура килә, тимәк, уларҙың барыһы ла һайлау хоҡуғына эйә. Демократия шарттарында һәр сәйәсмән ошо “күҙгә күренмәгән” көстөң баҫымын һәм тәьҫирен тоя. Был ун миллион – бик ҙур сәйәси көс. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң донъяла беренселәрҙән булып алған һайлау хоҡуғы, юғарыла телгә алынған демографик дисбаланс менән бер рәттән, беҙҙең башҡорт мөхитендәге насар күренеште киҫкенләштереп кенә ебәрҙе. Бында бер миҫал килтереү ҙә етә. 2016 йылда Дәүләт Думаһы ҡатынына ҡул күтәргән ирҙәрҙән штраф түләтергә кәрәк тигән закон ҡабул итте. Быйыл ғинуарҙа яңы тәҡдим индерелде: штраф урынына 10-15 тәүлеккә ҡулға алыу ҡарала. Бында ирҙең эшһеҙ ҡалыуы, дәүләттең уны һаҡ аҫтында тотоуға киткән сығымдары тураһында уйлап ҡараған кеше лә юҡ. Иң мөһиме – ир-егетте артабан да “тапау”, кәмһетеү.

“Ир-атты һаҡларға кәрәк”

Демографик дисбаланстың малайҙар холҡона йоғонтоһо ҙур булды. Яңғыҙ әсәйҙәрҙең артыуы ла эҙһеҙ ҡалманы. Мәҫәлән, 1989 йылда улар 23 миллион, 2002 йылда – 20,3 миллион, 2010 йыл тағы шул сама тәшкил итте. Башлыса ошо әсәй-өләсәйҙәр, малайҙарын “идеаль ир-егет” итеп тәрбиә­ләргә тырышып, ҡатыншаларҙы булдырҙы ла инде. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә лә ҡатын-ҡыҙ өҫтөнлөк иткәс, уларҙың тәрбиәһенең йоғонтоһо ҙур. Атай тәрбиәһе алмаған малай ысын ир-егет ниндәй булырға тейеш икәнен белмәй үҫә. Булмышына был сифат бала саҡтан һалынмағас, ул “ысын ир” булып маташа ғына. Ҡайһы берҙә ул саманы белмәй арттырып та ебәрә. Бындай ирлектең яһалма икәнен тойған, аңлаған ҡатын-ҡыҙ уларға сирҡанып ҡарай.

Бөгөн бәғзе бер гүзәл зат “ирҙәрҙе һаҡларға кәрәк” тип яу һала. Ә бит асылда ысын ир-атҡа бындай яҡлауҙың кәрәге юҡ, уға теге ҡатынша ир йораттары ғына мохтаж.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ир-егеттең уртаса ғүмере – 64, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡы 75 йәш тәшкил итә. Бындай ҙур айырма донъя­ның бүтән бер дәүләтендә лә юҡ. Йыш ҡына “бында ир-егеттәр үҙҙәре ғәйепле” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Улар, йәнә­һе, үҙҙәренең һаулығы тура­һында ҡайғыртмай: эсә, тәмәке тарта, наркотик ҡуллана һәм башҡалар. Тәү ҡарашҡа дөрөҫ һымаҡ. “Ә ниңә был тик Рәсәй ир-егеттәренә генә хас һуң?” тигән һорау ҡуйһаң, күп нәмә аңлашыла. Беҙҙең дәүләттең тарихы – башлыса өҙлөкһөҙ алып барылған яуҙар тарихы. Тап ошо һуғыштар ир-егет психологияһына көслө йоғонто яһаны. Һуғышта, һаулығыңды һаҡла-һаҡлама, барыбер йә үлтерәләр, йә зәғифләйҙәр. Революция, золом, аслыҡ, индустриалләштереү, “бөйөк коммунистик төҙөлөш” объекттары, армия хеҙмәте лә ирҙәр холҡон ошо юҫыҡта үҙгәртте. Бындай шарттарҙа һаулығыңды һаҡлауҙың мәғәнәһе бөтә.

Иҡтисадтың структураһы ла ир-егеттәр өсөн яҡшынан булманы. Элекке физик көс өҫтөн­лөгө хәҙерге шарттарҙа тейешле һөҙөмтә бирә алмай. Сәнәғәт, ауыл хужалығы кеүек тармаҡтар урынына халыҡты хеҙмәтлән­де­реү, сауҙа, финанс өлкәләре­нең алға китеүе ҡатын-ҡыҙ өсөн отошлораҡ булды. Хеҙмәт етеш­тереүсәнлегенең юғары булыуы арҡаһында бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың күпселеге үҙен тәьмин итерлек аҡса эшләй ала. Элек был ролде башлыса ир үтәһә, бөгөн эше булған ҡатын-ҡыҙ бер баланы үҙе генә лә тәрбиәләп үҫтереү мөмкинле­генә эйә. Уны һәм баланы элек төрлө ҡурҡыныстар­ҙан һаҡлап килгән ирҙең ролен бөгөн башлыса дәүләт атҡара: төрлө алименттар, социаль пособиелар, льготалар ғаиләне түгел, тик ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау өсөн булды­рылған. Бөгөнгө дәүләт ғаилә башлығы функция­һын үҙ өҫтөнә алды тиһәң дә хата булмаҫ: армия, полиция, ҡануниәт ҡатын-ҡыҙҙы яҡлауға йүнәлтелгән, ирҙең бында кәрәге юҡ. Дәүләт тик аталандырыу мәсьәләһен генә әлегә хәл итә алмай. Көнбайыш дәүләттә­рендә енси тигеҙлек тураһында закондар ҡабул ителде. Франция, Германия, Скандинавияла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 50 процент­лыҡ квота булдырылған. Унда ирҙәрҙең 30 проценты декретта ултыра. Норвегия менән Швецияла эш буйынса ла квота булдырылған – отошлораҡ булһа ла, ир-егеттәрҙе эшкә алырға ярамай: гүзәл зат офистарҙа бер нәмә лә эшләмәй ваҡыт уҙғара, бер генә бала таба, уныһын да опека органдары тартып алырға әҙер тора.

Донъяны кем төҙөгән?

Мәҡәләнең башында килте­рел­гән миҫал буш урында тыу­маған. Интернетта криминаль хрониканы байҡау ҙа етә. Бер депутат үҙенең ирен сәнсеп үлтерә. Сәбәбе – ире “һине яратам” тип әйтергә теләмәгән. Йәнә бер төбәктә 28 йәшлек ҡатын эскән килеш үҙе менән бергә йәшәгән 35 йәшлек ирҙең ғү­ме­рен ҡыя. Күптән түгел ғауғанан һуң бер ҡатын үҙенең ирен үлтерә. Тағы бер ҡасабала 42 йәшлек ҡатын шундай уҡ енәйәт ҡыла...
Был хәл артабан да дауам итһә, киләсәкте күҙаллауы ла ҡурҡыныс. Ир-егеттең бындай ҡатын-ҡыҙға өйләнеү теләге ҡалмаясаҡ.

Бөгөнгө донъяны, ни генә тимә­һендәр, ир-егеттәр төҙөгән. Муса һәм Сөләймән, Платон һәм Аристотель, Галилей һәм Ньютон, Наполеон һәм Сталин, Королев һәм Оппенгеймер, Джобс һәм Брин... – беҙҙе уратып алған мөхитте лә, беҙҙе лә улар булдырған. Хәҙер ошолар­ҙы әкренләп ҡатын-ҡыҙ тартып ала. Ни өсөн?

Бер хәҙистә ҡатын-ҡыҙҙар һаны ир-егеттәрҙекенә ҡара­ғанда артып китәсәк, “илле ҡа­тын-ҡыҙға бер ир буласаҡ” тип әйтелә. Был ҡиәмәт көнөнөң яҡынлашыуы билдәһе икән. Мәҫәлән, Аристотель Спарта дәүләтенең юҡҡа сығыуын ошо сәбәп менән аңлатҡан. Даими алып барылған һуғыштар арҡа­һында унда ир-егеттәр һаны ҡырҡа кәмегән. Хужалыҡ, власть ҡатын-ҡыҙ ҡулына күскән. Улар донъя көтөү өсөн эшҡыуарлыҡ, риба (процентҡа бурыс биреү) менән шөғөлләнә башлаған. Бөтә донъяны дер һелкетеп торған Спарта юҡҡа сыҡҡан.

Был күренеш Рим импе­рия­һы, Франция менән дә ҡабат­ланған. Император Констан­тиндың әсәһе Елена халыҡты насрани диненә күсергәндән һуң, бөйөк Рим империяһы тарҡал­ған. Екатерина Медичи үҙенең король улдарының сәйәсәтенә әүҙем ҡыҫылып, Валуа динас­тия­һының юҡҡа сығыуына бу­лышлыҡ иткән. Үҙебеҙҙең Рәсәй тарихында батшабикә Александра Федоровна менән Раиса Максимовнаны иҫкә алыу ҙа етә. Әлбиттә, Рәсәй, совет империя­һы тарҡалыуға улар төп сәбәпсе түгел, әммә ябай халыҡ уларҙың ирҙәренең – Николай менән Михаил Горбачевтың ҡатындары йоғонтоһонан сыға алмауын яҡшы иҫләй...


Вернуться назад