Уңғандарҙың икмәге лә уңа07.12.2018

— Миңә Ҡырмыҫҡалы икмәген бирегеҙ әле. Ҡомалаҡтан ғына һалынғанын.
— Тик шул икмәкте алһам ғына, күңелем була.
Өфө магазиндарында Ҡырмыҫҡалы икмәге оҙаҡ ятмай, һайлау мөмкинлеге ҙур булған хәлдә лә, һатып алыусыларҙың күпселеге уларҙың ҡаласын өҫтөн күрә.

Магазин кәштәләрендә хәҙер тәби­ғи сеймалдан әҙерләнгән ризыҡты табыуы ауыр. Әйтерһең, бөтәһен дә аҙыҡ-түлек сәнәғәте түгел, ә химия тармағы етештерә. Хатта икмәккә лә әллә ниндәй өҫтәмәләр, тәмләткестәр ҡушыла, ләкин баҫыуҙа үҫкән аш­лыҡ­ты тирмәндә тарттырып алып ҡайтып, ҡомалаҡтан баш яһап, тыуған өйөнөң мейесендә әсәһе йә өләсәһе һалған икмәктең еҫен-тәмен кем онот­һон?! Хәйер, ундай бәхеттән мәхрүм булып үҫкән ҡала балаһы ла тәбиғи тәмде баһалай белә. Ана шундай уйҙарға һала Ҡырмыҫҡалы икмәге!

Кем бешерә һуң был тәмле ри­зыҡ­ты? Әлбиттә, Ҡырмыҫҡалы райо­нының ҡулланыусылар йәмғиәте уңғандары. Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған сауҙа хеҙмәткәре Әлфирә Богданова етәксе­легендәге икмәк комбинаты – Башҡорт­остан ҡулланыу­сылар йәмғиәте тар­мағында иң ал­дын­ғы предприятие. Улар тәүлегенә 14 тонна икмәк етеш­терә. Бында бешерелгән икмәк менән тотош район тәьмин ителә, шулай уҡ көн дә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Архангел тө­бәктәрендәге 700 сауҙа нөктәһенә оҙа­тыла. 125 төрҙәге продукция етештереүгә 20 сертификатҡа эйә ойошма.

Үҙҙәре әҙерләгән ҡомалаҡтан, элекке йолаларҙы һаҡлап, кирбес мейестә бешерелгән икмәк һәр кемдең күңеленә хуш килә. Икенсе сортлы, “ауылса”, сәләмәтлек өсөн файҙалы арыш икмәген халыҡ яратып ҡабул итә.

2013 йылда итальян ҡоролмаһы менән йыһаз­ландырылған кондитер цехы асылыуы ҡулланыусылар йәмғи­ә­тенә тағы ҡеүәт өҫтәп ебәргән. Һатып алыусылар 35 төрҙәге перәник, печенье кеүек кондитер ризыҡтарын яратып ала.

Икмәк комбинаты йәш быуында ик­мәккә, икмәк бешереүсе кеүек изге һөнәр эйәһенә хөрмәт уятыу маҡса­тында әленән-әле экскурсиялар ойоштора, бигерәк тә балалар баҡсалары, мәктәп уҡыусылары өсөн фәһемле был сара.

Рәүис Әбүзәр улы Хажиевтың ун биш йылдан ашыу етәкселек итеү дәүе­рендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусы­лар йәмғиәте бик йылдам үҫеш кисерҙе. Әле район төп күрһәткестәр буйынса республикала беренсе урында килә. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе табышлы тармаҡтарҙы, тырыш белгес­тәрҙе үҫтерә, яңы тех­нология­ларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә алып, яңы баҙарҙарға сығыуҙы йүнләй. Предприятиены төҙөкләндереүгә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға ынтыла.

Иң күп һалым түләүсе һәм эш би­реүсе булараҡ, район ҡулланыусы­лар йәмғиәте төбәктә ҙур ярҙам күрһәтә. Әҙерләүҙәр эшмәкәрлеге лә киң йә­йелдерелгән: халыҡтан һәм фермер­ҙарҙан йөн, тире, дарыу үләне, икенсел сеймал, ит, һөт, йомортҡа йыйыу яҡшы ойошторолған.

Ҡырмыҫҡалы икмәгенең даны республика, бөтә Рәсәй кимәлендә юғары баһа ала килә. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары”, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурстарында лауреат. Әйткәндәй, бөтә төр продукция ла “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе менән сауҙаға сыға.
Һатып алыусыларҙың рәхмәт хаттары — йәмғиәт коллективының тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.


Вернуться назад