Иртәгә Дәүләкән ҡалаһының мәҙәниәт йортонда бик ҡыҙыҡлы сара уҙмаҡсы. “Ҡашмау” ижад берекмәһе оҫталары теләге булған һәр кемде ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо биҙәү әйберҙәрен эшләргә өйрәтәсәк.
Этностилдәге биҙәүестәр, түшелдерек, селтәр кеүек боронғо биҙәү әйберҙәре әле лә бик популяр. Уларҙы үҙең эшләү айырыуса ҙур кинәнес бит. Әгәр ҙә мастер-класта ҡатнашырға уйлаһағыҙ, үҙегеҙ менән тейешле инструменттарҙы һәм материалдарҙы алып килергә онотмағыҙ: тығыҙ туҡыма (джинсы, драп, гобелен), ҡыҙыл төҫтәге туҡыма (ситса), энә-еп, ҡайсы, ҡағыҙ. Рәхим итегеҙ!