Ҡырмыҫҡалы ауылына — 260 йыл.1758 йылдың марты. Ҡарлыман ауылы башҡорттары Ҡазан губернаһының Борай районы Морҙалы ауылы халҡына егерме йылға ҡуртым шарты менән ер бүлеү хаҡында документҡа ҡул ҡуя. Хеҙмәтле мишәрҙәр Иҫәкәй Алмаев, Усман Усуповҡа 15 ғаилә менән Ҡырмыҫҡалы йылғаһы буйына килеп төпләнеү, тирмән ҡороу, ер эшкәртеү, бесән сабыу, ағас ҡырҡыу, ҡомалаҡ йыйыу рөхсәте бирелә. Ана шулай башлана бөгөнгө Ҡырмыҫҡалы ауылының тарихы.
Йылдар үтә. Ҡасандыр бер нисә ғаиләнән нигеҙләнгән төбәктә әлеге көндә 10 меңдән ашыу кеше ғүмер итә. Бөгөн ул иң матур, уңайлы район үҙәктәренең береһе һанала. Ауыл йылдан-йыл үҫә, матурлана, социаль әһәмиәттәге биналар, күп ҡатлы йорттар ҡалҡа, шәхси йорттар төҙөлә.
Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайдатов әйтеүенсә, йыл һайын 300 самаһы ер биләмәһе бүленә. Федераль һәм республика проекттары төбәктә халыҡтың көнитмешен яҡшыртыуға, уңайлы шарттар тыуҙырыуға ныҡлы нигеҙ булып тора. “Ҡала мөхите” программаһына ярашлы, алты йорт ихатаһы һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелгән. “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә һыу селтәрҙәре төҙөлөп, Киров, Баҡса, Туҡай урамындағы йорттарға һыу үткәрелгән, Йәштәр бульварында балалар майҙансығы ҡуйылған. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ла ауыл биләмәһендә уңышлы тормошҡа ашырылып, шаҡтай мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек биргән.
Ауыл халҡы “Алатау”, “Йылылыҡ селтәре”, “Ҡырмыҫҡалы хужалыҡ энергияһы”, Ҡырмыҫҡалы юл ремонт-төҙөлөш участкаһында эшләй. 127 сауҙа нөктәһендә — шәхси эшҡыуарҙар, район ҡулланыусылар йәмғиәтенең ете магазины халыҡты көнкүреш тауарҙары, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
Ҡырмыҫҡалы үҙенең ашап туйғыһыҙ икмәге менән дә дан тота. Бында ҡомалаҡ сүпрәһе ҡушып бешерелгән икмәк республикабыҙҙың бүтән ҡалаларына, райондарына оҙатыла. Предприятиены төҙөкләндереүгә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға байтаҡ ҡына аҡса һалынған. Икмәк етештереү буйынса Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте “Башпотребсоюз” селтәрендә алдынғы урынды биләй. Ә күп һанлы наградалар, вымпелдар, рәхмәт хаттары – йәмғиәт коллективының тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.
Айрат Әхмәҙуллин иһә үҙенең сыры менән билдәлелек яулаған. Сыр яһау цехын асҡанға тиклем ул илдең төрлө төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге сыр яһаусыларҙың тәжрибәһен, етештереү технологияһын өйрәнгән, сырҙы йорт шарттарында әҙерләп ҡараған. Әлеге ваҡытта бында Италия сырҙарының ике тиҫтәгә яҡын төрө, шул иҫәптән монтазио, страккино, риккота, качотта, моцарелла һәм башҡа сорттар етештерелә. Асылғандан алып эшҡыуар һөттө урындағы фермерҙарҙың береһенән һатып ала.
Ауыл үҙенең иҫтәлекле урындары, һәйкәлдәргә бай булыуы менән айырыла. Бында ауылдың тарихына, уның данлы шәхестәренә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләүгә етди әһәмиәт бирелә. Тыуған ерен һаҡлап ҡорбан булғандар хөрмәтенә асылған Еңеү паркы йылдан-йыл һәйкәлдәр менән тулыланып, бөгөн Дан мемориаль комплексы тип атала. 2012 йылда 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышының 200 йыллығына һәйкәл ҡуйылһа, бер аҙҙан интернациональ яугирҙәр һәм локаль бәрелештәрҙә һәләк булған егеттәр хөрмәтенә тағы бер обелиск төҙөлә.
Ҡырмыҫҡалылар бында тәпәй баҫып, белем алып, һуңынан төрлө тармаҡтарҙа данға күмелгән уңған яҡташтары менән ғорурланып йәшәй. Улар араһында хужалыҡ эшмәкәрҙәре, етәкселәр, фән әһелдәре бихисап. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә лә шөһрәтле ауылдаштары етерлек. Әҙәбиәт, сәнғәт хеҙмәткәрҙәре лә – ошо төбәктең бер биҙәге. Наил Солтанғәлиев Сталинград һуғышын имен-аман сығып, оҙаҡ йылдар “Башсельстрой” республика идаралығында — етәксе, башҡа урындарҙа яуаплы вазифалар башҡара, “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән исемгә лайыҡ була. Тап уның ярҙамында районда “ПМК-539” төҙөлөш ойошмаһы барлыҡҡа килә.
Башҡортостан хирургтар ассоциацияһының “Алтын скальпель” номинацияһында бүләкләнгән данлыҡлы табип Рәмил Ишбулдин, тәүге медицина фәндәре докторы Фәрит Ҡәйүмов, Илшат Мөхәмәтйәнов, Фәнис Яхин, яҙыусы Рәсих Ханнанов та ошо бәрәкәтле ауылда тыуып үҫкән. Ирек Сафин иһә 2011 – 2017 йылдарҙа Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле күркә үҫтереү, итен эшкәртеү буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексына етәкселек итә.
Халыҡ буш ваҡытын файҙалы үткәрә, мәҙәни сараларға ашҡынып йөрөй. Ошо йәһәттән дә ауыл бүтәндәргә өлгө күрһәтә. Ә инде балалар ансамблдәренең республикала ғына түгел, ил күләмендәге ярыштарҙа еңеп ҡайтыуы – оло мәртәбә. Райондың йөҙөк ҡашына әүерелгән данлыҡлы “Далан” ансамбленә Альбина менән Артур Юлыевтар етәкселек итә. Өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле исеменә лайыҡ булған коллективты бөтә ерҙә көтөп алалар, алҡыштарға күмәләр. Күптән түгел улар “Газпром” йәмғиәтенең “Факел” фестиваленең Ҡазан ҡалаһында үткән төбәк турында ҡатнашып, “Башҡорт сувениры” бейеүен күрһәтеп, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған...
Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайдатов әйтеүенсә, данлыҡлы ауылдаштары араһында үҙҙәре ситтә ғүмер кисерһә лә, булмышы менән тәпәй баҫҡан төйәген матурлау хәстәре менән йәшәгәндәр бихисап. Шуларҙың береһе – Татарстандың “Лениногорск” нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы Рафаэль Сәйет улы Нурмөхәмәтов. Еңеү паркы, Әсә һәйкәле, халыҡтың милли яңырыуы өсөн көрәшкән Мирсәйет Солтан-Ғәлиевтең барельефы, балалар өсөн уйын ҡаласығы, мәктәптә мини-стадион, резина ҡатламы менән спорт майҙансыҡтары төҙөүгә лә көсөн ҡыҙғанмаған.
Әле ауыл уртаһында “Аҡкүл” паркын йүнәтеү эштәре башҡарыла, күл буйы төҙөкләндерелә, йүгереү майҙансығы һалына. Бында шулай уҡ балалар майҙансығы, сәхнә буласаҡ. Был эштә лә Рафаэль Нурмөхәмәтов ярҙам итә. Әйткәндәй, 1999 йылдарҙа ул үҙе белем алған 1-се урта мәктәпкә капиталь ремонт үткәреүгә, техник йәһәттән йыһазландырыуға ҙур күләмдә аҡса бүлә.
Был көндә беҙ ауылдың байтаҡ урындарында булдыҡ, эшһөйәр халҡы менән таныштыҡ. Үҙенең данлы байрамын матур уңыштар менән ҡаршылай улар. Бөтә ерҙә хеҙмәт шауы гөрләй: берәүҙәр ауылды төҙөкләндерә, икенселәр йорт бөтөрә, өсөнсөләр аҙыҡ-түлек етештерә, сауҙа итә. Шағир Ирек Кинйәбулатов әйтмешләй, Ҡырмыҫҡалы халҡының күңеле күтәренке, сөнки улар һәр ваҡыт эш менән мәшғүл.