Өфөлә йырсы Радик Юлъяҡшин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы - «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.
Миҙалды Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡоролтайҙың тәүге етәксеһе Нияз Мәжитовтың хәтер кисәһендә ойошма етәксеһе Данир Ғәйнуллин тапшырҙы.
Радик Юлъяҡшин үҙ сиратында ижадын юғары баһалағандары һәм тыуған Башҡортостаны уны һәр саҡ рухландырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.