“Башҡортостан” милли паркы туристарға ҡаргиҙәрҙә инергә рөхсәт бирҙе. Ләкин техникала раҫланған маршруттар буйынса ғына йөрөргә мөмкин.
Маршрут буйлап йөрөү өсөн ҡаргиҙәр йөрөтөүсеһенә лә, пассажирҙарға ла рөхсәтнамә алырға кәрәк. Техниканың дәүләт теркәүе булмаған хәлдә, рөхсәт ҡағыҙы бирелмәй.
Беренсе маршрут: Нөгөш һыуһаҡлағысы яры буйлап “Һыла” базаһына тиклем. Икенсеһе: Үрге Бикҡужанан Йомағужа һыуһаҡлағысы буйындағы туҡталҡаларға ҡәҙәр. Өсөнсөһө: Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылынан Батран йылғаһына хәтлем.
Маршрутты боҙған өсөн өс-дүрт мең һум штраф ҡаралған, тип иҫкәрттеләр милли парк хакимиәтендә.