
“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иртәгә төндә яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ бер аҙ ҡар яуасаҡ, еңелсә боҙлауыҡ буласаҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 8-13, урыны менән – 20 градусҡа тиклем, көндөҙ 4-9 градус һалҡын.
8 декабрҙә иһә урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Һауа температураһының төндә 6-11, аяҙытҡанда – 12-17, көндөҙ 2-7 градус һалҡын булыуы көтөлә.