Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ташлама06.12.2018
Күп балалыларҙан тыш, Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымынан азат ителәсәк.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика законына ошондай төҙәтмә тәҡдим итте. Тиҙҙән парламент депутаттары уны ҡараясаҡ.

Ташлама 150 ат көсөнә тиклем эйә булған бер еңел автомобилгә биреләсәк тип күҙаллана. Һәм 2024 йылға тиклем үҙ көсөндә ҡаласаҡ.


Вернуться назад