Сулпан Татарстанды яулай06.12.2018
Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға, спорт ярыштарына йәлеп итеү. Борай районы Салҡаҡ урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мусина белдереүенсә, мәктәп осоронда төрлө сараларҙа даими ҡатнашҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр киләсәктә ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙҙәрен ышаныслы тотасаҡ.

Күптән түгел Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда үткән V төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияның “Уҡыусыларҙың Рәсәй халыҡтары телдәрендә уҡыуы” тип аталған йомғаҡлау турында Салҡаҡ мәктәбенең X класс уҡыусыһы Сулпан Зыялетдинова еңеү яуланы. Ул рус филологияһы секцияһында “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының концепттары” тигән проектты уңышлы яҡлаған.

Жюри яҡташыбыҙға юғары баһа биргән: “31 конкурсант араһында ҡала мәктәптәренән дә күп ҡатнаштылар. Ә инде ауыл балаһының ҡыйыу сығышы, фекерен аныҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итеүе – маҡтаулы”.




Вернуться назад