Ҡалмашбашта – ҡаҙ өмәһе06.12.2018
Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында ҡаҙ өмәһе үтте. Унда ауыл халҡы менән бергә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Өлфәт Мостафиндың хәләл ефеттәре лә ҡатнашты.


Каринэ Хәбирова менән Венера Мостафина ҡатын-ҡыҙҙарға ҡушылып артабан мамыҡ мендәрҙәр эшләү өсөн ҡаҙ йөнө әҙерләне.

Милли йоланы урындағы “Йәш йөрәктәр” тигән фольклор ансамбле ҡеүәтләп торҙо. Ә эштән һуң мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт йорто артистары, китапхана, ябай халыҡ ҡатнашлығындағы күмәк күңел асыу дауам итте. Уларға баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар ҙа ҡушылды.


Шулай уҡ республика етәкселәренең хәләл ефеттәре милли аш-һыуҙан да ауыҙ итте. Ә ҡаҙ өмәһен ойошторған Зиннәтуллиндар ғаиләһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.


Вернуться назад