76 йылдан һуң... ҡайтты05.12.2018
Бөгөн Учалы ҡалаһының Хәтер скверында Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдат һөйәктәренең тыуған яғына ҡайтарылыуы айҡанлы митинг ойошторолдо.

Василий Кузьмин 142-се уҡсылар дивизияһы составында һуғыша. 1942 йылдың 1 сентябрендә аяуһыҙ алышта һәләк була. Көҙ көнө эҙәрмәндәр Тверь өлкәһенең Зубцов районында уның һөйәктәрен таба. Тимер медальон буйынса һалдаттың шәхесе асыҡлана.

Василий Кузьмин тыуған ауылы Кирәбелә ерләнде, уны һуңғы юлға оҙатырға барлыҡ туғандары, ауылдаштары йыйылды.



Вернуться назад