“Яҡташтарым менән тик үҙебеҙҙең телдә һөйләшәм”05.12.2018

Геройҙары ижадҡа этәргес бирә.

– Әгәр үҙебеҙҙең телдә үҙебеҙ һөйләшмәһәк, кемгә кәрәк ул? – тип башланы һүҙен Гөлназ Ғәлимуллина. Һис шикһеҙ, килешәм, “Беренсе” каналда эшләп йөрөгән, Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге сараларҙа киң танылған режиссерҙан бындай фекерҙе ишетеү йөрәккә майҙай яғылды…

– Гөлназ, телевидение өлкәһенә нисек килеп эләктең?
– Өфөнөң Фатима Мостафина исе­мендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында белем алған ваҡытта яҙыша башланым. “Аманат” журналының, “Йәншишмә” гәзи­тенең йәш хәбәрселәре лә булдым. Юғары кластарҙа уҡығанда иһә “Тамыр”ға килдем. Теле­ви­дениеға бәйле бар эшкә шул саҡта уҡ өйрәнә башланым. Артабан Башҡорт дәүләт универ­ситетының журналистика факультетына уҡырға индем. Әммә, ысынын әйткәндә, мин унда йүнләп күрен­мәнем дә, сөнки беренсе курстан Башҡорт­остан юлдаш телевидение­һында эшләй баш­ланым. Тап шуға ла бар белемем – тәж­рибә һөҙөмтәһе. Университетты эштә үттем.

– Ниндәй вазифала һәм ниндәй тапшырыуҙар өҫтөндә эшләнең?
– Хәбәрсе, алып барыусы булараҡ башланым һәм режиссер вазифаһында дауам иттем. Проекттар күп булды инде ул… Шуларҙың иң киң ҡоласлылары – “Тай-тулаҡ” тапшырыуы һәм “Профилдәр” авторлыҡ циклы.

– “Профилдәр” циклына туҡтамау мөмкин түгел. Был проект һине Рәсәй генә түгел, донъя кимәленә лә сығарҙы. Шундай ҙур эшкә тотонорға нимә этәрҙе?
– 2010 йылда ғүмерем өсөн көрәшеп дауаханала күп ваҡытымды үткәрергә тура килде. Тап ошо мәлдә “Профилдәр” проектының идеяһы тыуҙы. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, көслө рухлы шәхестәр тураһында ине был эшем. Цикл ете документаль фильмды берләштерҙе. Уларҙың һәр береһе күңел йылыһы һалып төшөрөлдө. Геройҙарымдың тарихы мине бик тетрәндерҙе, үҙ тормошома яңыса ҡарарға этәргес бирҙе. Проекттың шулай юғары баһаланыуы минең өсөн, әлбиттә, ғорурлыҡ. Әммә улар фестивалдәр өсөн төшөрөлмәне. Ғөмүмән, мин тик эскерһеҙ, ихлас уйҙар, күңел һалып башҡарған эштәр генә кешене алға сығара тигән фекерҙәмен.

– Мәскәүҙә карьераң ниндәй телевизион каналда дауам итте?
– Хеҙмәт юлымды РЕН-ТВ һәм ТВ-үҙәктә баш­ланым. Бер аҙҙан резюмемды Беренсе ка­налдың заказдары буйынса эшләгән студияға ебәрҙем. Уңыш был юлы ла йылмайҙы – тиҙҙән мине документалистика бүлегенә эшкә саҡыр­ҙы­лар. Ошо өлкәлә эшләү күптәнге хыялым ине.

– Ҡаршылыҡтар ҙа булғандыр бит…
– Әлбиттә, булды! Әле һөйләһәң генә, ба­рыһы ла еңел һәм матур кеүек күренә. Ҡайтып китәм, иртәгә үк билет алам тигән уйҙар ҙа, эшһеҙ, аҡсаһыҙ ултырған ваҡыттар ҙа булды… Тормош бит ул шулай ҡо­рол­ған: әҙ генә шатланаһың да көрәшкә ташланаһың. Ғөмүмән, мин Мәскәүҙә “Тормош – көрәш” тигән әй­темдең асылына төшөндөм. Бында бө­тә нәмә аҡ­саға ҡоролған тигән стереотип нигеҙһеҙ түгел. Әгәр һин үҙ эшеңде сифатлы итеп башҡараһың икән, тимәк, һин улар­ға кәрәкһең. Хата ебәрһәң, һинең менән еңел генә араны өҙәләр, сөнки ун бер миллионлыҡ ҡалала һиңә алмаш табыу бер ни тормай.

– Ошонан сығып, тағы бер һорау – федераль каналда көнәркәшлек итеү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыу кәрәк?
– Бәләкәй ҡаланан мегаполисҡа сығып киткән кеше өсөн был, ысынлап та, килешле һәм кәрәк һорау. Хатта өҫтәп әйтә алам, был һо­рауҙы йыш ҡына үҙемә лә бирә инем: ни етмәй, нисек һәм ниндәй булырға кәрәк Мәскәүҙе яулар өсөн? Төп, мөһим һәм имәнес асышым – таш күңелле булырға кәрәк. Беҙ быны матур итеп батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ тип атайбыҙ. Ғөмүмән, журналистикала кәрәкле сифаттар был. Тормошта тип әйтмәйем, ниндәй генә хәл булмаһын, беренсе сиратта Кеше булып ҡала белеү мөһим.

– Баш ҡалаға килгәндән һуң үҙеңдә үҫеш тояһыңмы?
– Иң дөрөҫ һығымтаны үҙемдең тап­шырыуҙарыма ҡарап яһайым. Әгәр ҙә “бөгөн мин икенсе төрлө эшләр инем” тигән уй килә икән башыма, тимәк, үҫеш бар. Яңыраҡ ҡына был уй мине йәнә шатландырҙы: алға китеш бар.

– Федераль каналдарҙа эшләп ҡарап, Башҡортостан телевидениеһының үҫеш кимәленә ниндәй баһа бирәһең?
– БЮТ тапшырыуҙарының төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә еңеү яулауы – каналда профессионалдар эшләүенең төп күрһәткесе. Мәскәүгә Башҡортостанда алған белемем менән килдем. Нисек кенә булмаһын, ул мине ситкә типмәне. Күптәрҙең Өфөнән ҙур ҡалаларға килеп төпләнеүе республикабыҙҙа һөнәри кимәлдең лайыҡлы булыуын тағы бер ҡат иҫбатлай. Коллективым әле булһа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, шуға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ.

– Һәйбәт режиссерға ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?
– Уңышлы фильм төшөрөү өсөн режиссерҙың тормош тәжрибәһе булырға тейеш, тигән фекерҙе күптән ишетә торғайным. Ҡартая килә, бының дөрөҫлөгөнә инандым (көлә – авт.). Кешегә идеяны еткерә белеү һәләте мотлаҡ тиер инем, ә белем үҙе килә.

– Киләсәктә үҙеңде нисек итеп күҙ алдыңа килтерәһең?
– “Тамыр”ҙа эшләгәндә, коллегаларым бер-береһенә “Балалыҡ тойғоһо үлмәһен” тип теләй ине. Мин был фекерҙең мәғәнәһен хәҙер генә аңланым. Мин бит үҙемде һаман ун алты йәшлек булараҡ хис итәм! Ошо тойғоно киләсәктә лә юғалтмаҫҡа ине. Был теләк, моғайын, үҙеңә тормош ауырлыҡтарын теләмәү менән берҙер, сөнки кеше күтәрә алмаҫлыҡ проблемаларға ҡаршы көрәшкәндә олоғая…



Вернуться назад