Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0”05.12.2018
Күптән түгел башҡорт йәмәғәтселеге ҡыуаныслы хәл кисерҙе: өр-яңы форматтағы “BASHKORT 2.0” китабының исем туйы үтте. Замана башҡорт йәштәренең уңыш серҙәрен туплаған хеҙмәттең авторы – Эльвира Моталова.

– Ун йылдан артыҡ Башҡортостандан ситтә йәшәүемә ҡарамаҫтан, бар эшмәкәрлегем башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, республикабыҙҙы башҡа төбәктәр араһында лайыҡлы күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Мәктәп йылдарынан алып йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуым, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡып сығыуым, 2007 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булыуым, Санкт-Петербург ҡалаһында “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһын төҙөүем һәм уға идара итеүем, Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә Башҡорт ҡоролтайын булдырыу – ошо һәм башҡа ғәмәлдәр мине яйлап әлеге китапты сығарыу уйына алып килде, – тине автор.

“Bashkort 2.0” китабының геройҙары Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, Азия, Европа илдәрендә, Төньяҡ Америкала, Австралияла йәшәй. Һәр береһе – сағыу шәхес, үҙ-үҙенә ышанған, үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да тормошон мәғәнәле итергә ынтылған башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары.

Билдәле режиссер, башҡорт кинематографияһына “Еңмеш”, “Әсә”, “Өфөнән һөйөү менән” фильмдары менән ҡойон кеүек килеп инеп, яңы һулыш өргән Айнур Асҡаров, кескәйҙәр өсөн “Бауырһаҡ” тапшырыуын алып барыусы, “Тамыр” телеканалы режиссеры Ләйсән Мәжитова, Өфө һәм Санкт-Петербург ҡалаларының йәш эшҡыуарҙарының береһе Руслан Хәлимов, “Green plate” тиҙ хеҙмәтләндереү ресторандары, “Өс тәрилкә” ашханалар селтәре хужаһы Ренат Хиләжев һәм милләтебеҙҙең башҡа зыялы йәштәре хаҡында йәнле әңгәмәләр, үҙенсәлекле блиц-һорауҙар, махсус бүлектәр аша ғына түгел, күҙҙе һөйөндөрөп, тулы бер биткә бирелгән матур, сифатлы фотоһүрәттәр ярҙамында ла рәхәтләнеп уҡырға була.

Китап авторы Эльвира Моталова әйтеүенсә, ул тиҫтерҙәрен илһамландырған, яңы үрҙәргә әйҙәгән йәштәр хаҡында ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр уҡырға ярата, әммә ошондай башҡорт йәштәре тураһында бер ҡайҙан да мәғлүмәт таба алмай. “Bashkort 2.0” проекты – Эльвираның үҙе һымаҡ даими эҙләнгән, үҫешкә, яҡшы миҫалдарға ынтылғандар өсөн генә түгел, ғөмүмән, халҡыбыҙ өсөн оло табыш. Һеҙҙең иғтибарға республикабыҙҙың алдынғы ҡыҙ һәм улдары хаҡында “Bashkort 2.0” китабынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.


Вернуться назад