Иҫке-моҫҡо йыяһығыҙмы?05.12.2018

Бөгөнгө менән йәшәгеҙ!

Күптән кәрәге бөткән, йортоғоҙҙо сүп-сар ояһына әүерелдергән иҫке-моҫҡонан нисек арынырға? Бүлмәгеҙҙе әйбер келәтенә әүерелдереүҙән тыш, уның туҙан һандығына әйләнеүе, аллергияға сәбәпсе булыуы ла ихтимал бит әле.

Барыһын да яҡшы аңлайбыҙ ҙа ул, тик ниңәлер иҫке кейем-һалым менән хушлашҡы килмәй, һис бер кәрәге теймәһә лә. Сәбәбе, бәлки, холоҡ-фиғел үҙенсәлегендәлер. Эске донъяғыҙҙағы ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәнһәгеҙ, моғайын, йортоғоҙҙа ла тәртип урынлашыр. Булмаһа, ҡайһы психотипҡа ҡарағанлығығыҙҙы асыҡлайыҡ.

“Был бит үтә иҫтәлекле әйбер”

Психотип: тойғоларға бирелеүсән.
Холҡондағы кире сифат: артыҡ бәйле­лек.
Нимә ҡамасаулай: самаһыҙ хислелек.

Һеҙҙең өйҙә нимә һаҡларға яратҡаны­ғыҙҙы беләбеҙ: иҫтәлекле открыткалар, предметтар, киптерелгән сәскәләр, иҫке театр буклеттары, билеттар, журналдар, сувенирҙар, күптән моданан сыҡҡан кофта, күлдәктәр.

Һеҙгә кәңәшебеҙ: иҫтәлекле ваҡиғаларҙы, хәтирәләрҙе әйберҙәргә тиңләштермәгеҙ. Тәьҫораттар туплағыҙ, тик матди әйберҙәр түгел. Айырылышыуы ауыр булһа, яратҡан, әммә кәрәге булмаған нәмәләрҙе һыйпап, ошоғаса һеҙгә тоғро хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт әйтеп, тыныс күңел менән хушла­шығыҙ.

“Был сүпте ырғытасаҡмын, әммә бөгөн түгел”

Психотип: дәртһеҙлек
Холҡондағы кире сифат: тәртипте күҙәтмәү.
Нимә ҡамасаулай: үҙ-үҙеңде ойоштороу һәләте түбән.

Һеҙ күптән инде ниндәйҙер эш менән шөғөлләнә башларға ниәтләйһегеҙ (мәҫәлән, спорт, бәйләм бәйләү, һатыу һәм башҡа). Әммә ниәттәрегеҙ һаман да шул көйө, эш башланмаған, кәрәк булыр тип алған әйберҙәр туҙан йыйып ята. Эсергә тип алған файҙалы витаминдарығыҙ, үләндәрегеҙ, мөғжизәле биологик әүҙем өҫтәмәләрегеҙ ҡулланылмай.

Һеҙгә кәңәшебеҙ: ниәттәрегеҙҙең күптән һүрелгәнен танырға ваҡыт, шуға күрә кәрәге ҡалмаған предметтарҙы, ҡорамалдарҙы таратығыҙ йәки ырғытығыҙ. Ҡайғырып, үкенеп тормағыҙ: яңы мауыҡтырғыс шөғөлдәр иҫкеһенә алмашҡа килер һәм һеҙҙе тағы ла һис бер кәрәкмәгән әйберҙәр һатып алырға мәжбүр итер.

“Ул бит ҡиммәт тора”

Психотип: хәстәрлекле.
Холҡондағы кире сифат: үтә ныҡ һаҡсыллыҡ.
Нимә ҡамасаулай? Әйберҙәргә артыҡ ныҡ әһәмиәт биреү ғәҙәте.

Һеҙ ҡасандыр матди ҡиммәте булған бөтә нәмәне һаҡлайһығыҙ. Бик һаҡсылһығыҙ. Хан заманында һатып алған әйберҙәрегеҙ ҙә өр-яңы төҫлө. Бала саҡтан ҡалған уйынсыҡтарығыҙ ҙа барҙыр әле, моғайын.

Һеҙгә кәңәшебеҙ: бәхеттең өй тулы ҡиммәтле әйберҙәр булыуында түгеллеген аңлағыҙ.

Артыҡ кейем-һалым, кәрәкмәгән йорт әйберҙәре тормош сифатын кәметә, һулыш­ты ҡыҫа, йәшәргә ҡамасаулай. Ҡиммәтле, әммә ҡулланмаған әйберҙәре­геҙҙе, йәл булыуына ҡарамаҫтан, интернет аша һатырға тырышығыҙ.

“Ҡапыл кәрәк булып ҡуйһа?”

Психотип: прагматик.
Холҡондағы кире сифат: нимә булһа ла йыйыу, туплау ғәҙәте.
Нимә ҡамасаулай: самаһыҙ прагматик булыу.

Һеҙ, ҡасандыр кәрәк булыуы бар, тип бөтә “файҙалы” әйберҙәрҙе — ватыҡ техниканы, ҡорамалдарҙы, обой йәки төҙөлөш материалдары ҡалдыҡтарын һаҡлайһығыҙ. “Бәлки, берәй йылдан ябығырмын”, тип тарайған күлдәк-костюмдарығыҙҙы ла ырғытмайһығыҙ.

Һеҙгә кәңәшебеҙ: бөгөнгө менән йәшәргә өйрәнегеҙ. Файҙаһыҙ әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ, уларҙы ҡасан да булһа ҡулланыу мөмкин­леге хаҡындағы уйҙарҙы башығыҙҙан ҡыуығыҙ. Иғтибарығыҙҙы әлеге мәлдәге ғәмәлдәргә йүнәлтегеҙ.


Вернуться назад