Филармонияла өрлөк емерелгән05.12.2018
Өфөләге Башҡорт дәүләт филармонияһында ғәҙәттән тыш хәл булған. Сәхнәлә өрлөк емерелеп төшкән.

Һөҙөмтәлә дүрт хеҙмәткәр зыян күргән. Ике кеше дауаханаға оҙатылған. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң, улар өйҙәренә ҡайтарылған. Икәүһе стационар дауаланыуҙан баш тартҡан.

Был хәл ҙур залда репитиция мәлендә була. Концертҡа әҙерләнгән хор артистары зыян күрә. Бәхеткә күрә, етди йәрәхәт алыусылар юҡ.



Вернуться назад