Невроздар йәшәү сифатын түбәнәйтә.Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыу, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү, саф һауала йөрөү, күңел тетрәндерерлек ваҡиғаларҙан азат булыу, тыныс мөхит, көсөргәнешле эштән һуң яҡшы ял, тәрән йоҡо үҙәк нервы системаһына бик ыңғай тәьҫир итә.
Көсөргәнештән, хафаланыуҙан арыныу өсөн төрлө психологик ысулдар ярҙам итә. Йога, бәйләү йәки башҡа күңелгә ятҡан шөғөлдәр һаулыҡ өсөн бик яҡшы.
Хәҙер һеҙҙең менән йәшәү сифатын түбәнәйтеүсе невроздарҙың төрҙәрен ҡарайыҡ. Үҙеңдең хәл-торошоңдо һиҙемләү бер кемгә лә зыян итмәҫ, киреһенсә, ваҡытында дауаланыу, сирҙән ҡотолоу өсөн ярҙамсы ғына булыр.
1. Неврастения кеше менән аралаша белмәгәндә барлыҡҡа килә. Невроздың был төрө шәхес-ара мөнәсәбәттә проблемаға, хатта социаль яҡтан үҙ-үҙеңә бикләнеүгә килтереүе ихтимал. Билдәләре: ваҡ ҡына сәбәп арҡаһында ла тоҡанып китеү, тиҙ арыу, иғтибарҙы туплай алмау, йоҡоһоҙлоҡ, баш һәм йөрәк ауыртыуы, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең боҙолоуы, енси функцияның түбәнәйеүе.
2. Өйәнәкле (истерик) невроз күберәк ҡатын-ҡыҙҙа күҙәтелә. Иркә, еңмеш холоҡ, тәнҡитте ҡабул итмәү, үҙең тураһында бик юғары фекерҙә булыу истерик невроздың нигеҙен тәшкил итә. Ошо сиргә дусар булған кеше, ниндәйҙер теләген тормошҡа ашырыу йә булмаһа яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн, “миңә ғәҙел булмаған ғәйепләүҙәр ташлана” тип ғауғалай башлауы ихтимал. Билдәләре — тиҙ генә илап барыу, баш әйләнеү, иҫһеҙ йығылыу, күңел болғаныу, көҙән йыйырыу, тауыштың ҡарлығыуы.
3. Бәйлелек неврозына (психастения) шомло уйҙар, нимәнәндер ҡурҡыу тойғоһоноң ҡабатланып тороуы хас. Шөбһәләнеүҙәрен кәметеү өсөн сирлеләр үҙҙәренә даими ҡағиҙәләр һәм ритуалдар уйлап сығара. Билдәләре: тынысһыҙлыҡ, психик көсөргәнеш, юҡтан ғына ҡыҙып китеү, үтә һаҡ ҡыланыу, шикселлек.
4. Ҡурҡыу неврозы — берәй билдәле әйбер, хәл-ваҡиға йәки кеше алдында аңлата алмаҫлыҡ көслө ҡурҡыу тойғоһо.
5. Ипохондрик невроз үҙенең һаулығы өсөн үтә ныҡ хәүефләнгән кешеләрҙә күҙәтелә. Ундайҙар үҙҙәрендә булмаған сирҙең билдәләрен “таба”, теге йә был ерҙәрендә “ауыртыу” тоя, табиптарға йыш йөрөй.
6. Депрессив невроздың төп билдәләре — күңел төшөнкөлөгө, бер ни менән ҡыҙыҡһынмау, ҡайғылы ҡиәфәт, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо, йонсоғанлыҡ, йәшәргә теләк булмау, хатта үҙ-үҙеңә ҡул һалырға теләк уяныуы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр неврастения менән сирләй. Хисле ижад кешеләрендә истерия күҙәтелһә, өлкәндәр йыш ҡына ипохондрик неврозға юлыға.