Өфө аэропортына – Мостай Кәрим исеме05.12.2018
4 декабрҙә «Рәсәй-1» телеканалы эфирында Рәсәй аэропорттарына биреләсәк еңеүсе-исемдәрҙе атанылар. Өфө ҡалаһы аэропорты киләсәктә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк.

Тауыш биреү айҙың беренсе көнөндә тамамланғайны. Ойоштороусылар ошоғаса төбәктәрҙән йыйылған мәғлүмәтте эшкәртте.

Мостай Кәрим исемен 90 меңдән ашыу кеше һайлаған. Икенсе урында – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәев (70 меңдән ашыу тауыш йыйған). Өсөнсөлә – милли батыр Салауат Юлаев (30 меңгә яҡын тауыш).

Ил аэропорттарына исем һайлау буйынса тауыш биреүҙә бөтәһе биш миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан. 50-ләгән “һауа ҡапҡаһы”на исем биреү буйынса һуңғы ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡабул итәсәк.



Вернуться назад