Ярҙамсы табылды05.12.2018
Башҡортостандың Арбитраж суды “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһының ҡала биләмәһендәге “Интеграл” йәмғиәтенең төҙөлөп бөтмәгән объекттарын һәм ер участкаһын алыу теләге тураһындағы ғаризаһын тикшереүгә ҡабул итте.

— Ғариза 18 декабрҙә үтәсәк суд ултырышында ҡарала. Төҙөүсенең мөлкәте һәм йөкләмәләре арбитраж суд ҡарары нигеҙендә генә башҡа ойошмаға тапшырыла ала, — тине Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.

Әйткәндәй, “Интеграл” акционерҙар йәмғиәтенең Нефтекамалағы “Авалон” торлаҡ комплексында проблемалы дүрт күп фатирлы йорто бар. Алданған өлөшсөләр өсөн торлаҡ төҙөлөшөн 2020 йылдан да һуңға ҡалмайынса тамамлау планлаштырыла.

Дөйөм алғанда, “Интеграл”дың ғәмәлдәренән 162 кеше зыян күргән. Әле Башҡортостандағы Алданған өлөшсөләр реестрында 2370-тән ашыу кеше иҫәпләнә.



Вернуться назад