Элеватор туҙаны оса...05.12.2018
Республикала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары менән прокурорҙар Ғафури районының Аҡкүл ауылындағы элеваторҙың эшмәкәрлеген тикшерҙе. Урындағы халыҡ предприятиеның ауылды туҙан менән бысратыуына зарлана.

Тикшереү барышында “Аҡкүл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланды. Бында газ таҙартыу ҡулайламаларын файҙаланыу ҡағиҙәләре үтәлмәй, сәнәғәт ҡалдыҡтары пробаларын алыу нөктәләре юҡ, өҫтәүенә ҡорамалдарҙың эше күҙәтелмәгән, контролдә тотолмаған. Әле компанияға һәм уның етәксеһенә 33 мең һум штраф һалынған, етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ҡушылған.



Вернуться назад