Сауҙала ғәҙеллек – намыҫ эше05.12.2018

Һатып алыусыны шул йәлеп итә.

Ул саҡтарҙа мәктәпте тамамлаған ауыл балаларына һөнәр һайлауҙа әлегеләй мөмкинлектәр булманы. Күп осраҡта мәктәпте тамамлаған үҫмерҙәр таныш-белештән ишеткән уҡыу йортона юллана ине. Нуриман районының Яңы Күл ауылы ҡыҙы Рәшиҙә лә Өфөләге Аҙыҡ-түлек техникумына шулай тәүәккәлләп килә.

Ҡыҙ тырышып уҡый һәм техник-технолог һөнәренә эйә була. Яҡшы өлгәшен баһалап, уны Өфөлә ҡалдыралар — икмәк комбинатына юллама бирәләр. Ә инде тәжрибә туплай төшкәс, 56-сы һөнәрселек-техник училище­һына производствоға өйрәтеү мастеры итеп тәғәйенләйҙәр.

Рәшиҙә тормошҡа сыға, ғаиләлә улдары Марсель тыуа, ләкин ул осорҙа ҡалала фатир алыу өсөн оҙаҡ йылдар сиратта торорға тура килә ине. Торлаҡ мәсьәләһен тиҙерәк хәл итеү өсөн Ғиндуллиндар ғаиләһе Ишембай ҡалаһына күсенә. Рәшиҙәнең ике туған апаһының бында йәшәүе лә йәштәр өсөн уңайлы була. Үҙе һатыусы булып эшләгәнгә күрә, ул Рәшиҙәне сауҙа өлкәһенә эшкә саҡыра.

— Ул осорҙа хеҙмәт коллективтарында остазлыҡ хәрәкәте көслө ине. Мин эшкә урынлашҡан магазин мөдире Фәниә Рәхмәтуллина һөнәр серҙәренә тырышып өйрәтте, яҡын кәңәшсем булды. Уға ҙур рәхмәт, әле булһа аралашып йәшәйбеҙ, — ти Рәшиҙә Сафуан ҡыҙы.

Ул — остазынан, коллектив Рәшиҙәнән уңа. Белемле, эшкә сәмле, тырыш һатыусыны күп тә үтмәй секция мөдире, унан мөдир урынбаҫары итеп үрләтәләр. Ә инде Фәниә Мәхмүт ҡыҙы хаҡлы ялға киткәндә үҙ урынына Рәшиҙәне тәҡдим итә. Быны тотош коллектив хуплай.

90-сы йылдар аҙағында сауҙа предприятиелары үҙаллылыҡ ала башлай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Рәшиҙә Сафуан ҡыҙының алдан күрә белеү һәләте, маҡсатлылығы, әүҙемлеге ул етәкләгән предприятиены ла, коллективты ла һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Ә инде бынан тиҫтә йыл самаһы элек Рәшиҙә Ғиндуллина эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙен һынап ҡарау маҡсатында шәхси сауҙа нөктәләре аса. Эште яйға һалғансы ҙур көс түгергә тура килә. Бина хәстәрләү, уны заманса сауҙа талаптарына тура килтереп йыһазлау, аҙыҡ-түлек етештереүселәр һәм тәьмин итеүселәр менән хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн көндө төнгә ялғап тигәндәй эшләй.

Эшҡыуар һәр осраҡта үҙенең бай хеҙмәт тәжрибәһенә һәм намыҫына таяна. Һуңғыһы сауҙа өлкәһендә айырыуса әһәмиәтле. Рәшиҙә Сафуан ҡыҙы шуға инанған: сауҙала ғәҙеллек һәр хеҙмәткәрҙең намыҫ эше булырға тейеш. Етәксе булараҡ, ул башҡаларға ошондай үрнәк күрһәтә.

Коллективта уға таяныс булырҙай тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр байтаҡ. Рәшиҙә Сафуан ҡыҙы шәхси эшен башлағандан бирле бергә эшләгән баш хисапсы Юлия Панинаны, алдынғы өлкән һатыусылар Рита Нагаева менән Диләрә Фәйзуллинаны айырып телгә ала.


Бөгөн сауҙа тармағында көнәркәшлек көслө. Һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн тауарҙарҙың бай ассортименты, яҡшы сифаты, хаҡтарҙың сағыштырмаса түбән булыуы менән бер рәттән хеҙмәтләндереү мәҙәниәтенең юғарылығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Эшҡыуарҙың “Нур” һәм “Родничок” магазиндары нәҡ ошондай булыуҙары менән һатып алыусыларҙы йәлеп итә, шуға күрә лә әлеге кибеттәргә халыҡ яратып йөрөй. Был үҙе үк булдыҡлы эшҡыуарҙың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора.

— Беҙ сауҙала үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Табыш артынан ҡыумайбыҙ, хаҡтарҙы халыҡтың һатып алыу һәләтенә тура килтереп көйләйбеҙ, — тине Рәшиҙә Сафуан ҡыҙы.

Халыҡ әйтмешләй, ир-егет үҙ ғүмерендә ул үҫтерергә, йорт һалырға, ағас ултыртырға тейеш. Баҡһаң, ир-атҡа ғына фарыз ғәмәлдәрҙе башҡарырға һәләтле аҫыл заттар ҙа бар икән. Был һүҙҙәр – Рәшиҙә Ғиндуллина хаҡында. Ул бына тигән ул үҫтереп, ҙур тормош юлына сығарған.

Марсель әле подполковник дәрәжәһендә хоҡуҡ һаҡлау органдарында яуаплы вазифа башҡара. Инде үҙе ғаиләле. Рәшиҙә Сафуан ҡыҙы, көс-ҡеүәтем етерме тип икеләнеп тормай, заманса йорт һалып кергән, баҡса ултыртҡан. Эшләгән ваҡытта Мәскәү коммерция университетын да тамамлаған. Сауҙа өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Ир-егеттәр генә тартыр йөктө йөкмәһә лә, Рәшиҙә Сафуан ҡыҙының ҡатын-ҡыҙ гүзәллеген, нәзәкәтлелеген һаҡлауы һоҡландыра.


Вернуться назад