Өфө ҡалаһының 159-сы мәктәбендә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2019” һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һөнәри оҫталыҡ конкурсын асыу тантанаһы булды.
Сараның маҡсаты – алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу. Жюриға республика юғары уҡыу йорттарының уҡытыусы- ғалимдары, быға тиклемге бәйге еңеүселәре ингән.
Быйыл конкурс өс турға бүленгән. Тәүҙә конкурсанттар интернетҡа ҡуйылған портфолио аша баһаланасаҡ. Икенсе турҙа һәр кемгә эссе яҙыу, методик семинар үткәреү һәм дәрес биреү бурысы йөкмәтелгән. Аҙаҡҡыһында иһә оҫталыҡ дәресендә, класс сәғәтендә, белем проектында һәм “түңәрәк өҫтәл”дә көс һынашасаҡтар.
Шул да мәғлүм булһын: 2018 йылғы уҡытыусылар конкурсында 15 предметтан 47 уҡытыусы ҡатнашты. “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2018” исемен Өфө ҡалаһындағы 51-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Исакова яулағайны, ә башҡорт теле буйынса ойошторолған ярышта 19 педагог ҡатнашып, Өфө ҡалаһы 5-се лицейҙан Нурзилә Нәҙерғоловаға етеүсе табылмағайны.
Конкурс дауам итә. Был юлы кемгә өҫтөнлөк бирелер? Уныһын инде ваҡыт үҙе күрһәтер. Еңеүсе 2019 йылдың февраль айында билдәле буласаҡ.