Был хеҙмәттең эше күҙгә күренмәһә лә, бик мөһим.– Ҡотҡарығыҙ, кеше һыуға батты! – тип ҡысҡырыша көтөлмәгән хәлгә албырғап ҡалған ярҙағылар. Кемдер – таныштарына, кемдер полицияға шылтырата, нисек бәләгә тарыған кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға тип ҡаңғыралар. Бындай ығы-зығылы, тетрәндергес хәлгә юлығырға яҙмаһын, әммә донъя булғас, яҡшыһы ла, яманы ла бергә йөрөй. Кемдер бәшмәк эҙләп урманда аҙашҡан, ҡайҙалыр “ҡыҙыл әтәс” йортто ялмай, юл хәрәкәте һәләкәттәре менән көн дә тиерлек осрашабыҙ.
Тәүлек әйләнәһенә ҡаланың хәүефһеҙлеге һағында торған хеҙмәт хаҡында күптәр ныҡлап белмәйҙер ҙә әле. Ишеткән хәлдә лә, уның эш тәртибен, бурыстарын тулыһынса күҙ алдына килтерә алмайҙыр.
– Кисә ҡалала ике урында янғын сыҡты. Диспетчерҙарҙың тиҙ эш итеүе, дөрөҫ йүнәлеш биреүе һөҙөмтәһендә был күңелһеҙ хәл оло бәлә-ҡазаға олғашмай ҡалды, – ти Стәрлетамаҡ ҡалаһының Берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте начальнигы Наталья Кручинина. – Күбеһенсә техник белемле, ихтыяр көсө ныҡ булған кешеләрҙе эшкә алырға тырышабыҙ, сөнки хеҙмәтебеҙ шуны талап итә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының Берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте биләмәләге бөтә диспетчер хеҙмәттәрен үҙ ҡарамағы аҫтына алған. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә мәсьәләне тиҙ хәл итеү юлдарын табыу, дөрөҫ мәғлүмәт биреү, оператив хәбәр итеү, бөтә ашығыс хеҙмәттәрҙе аяҡҡа баҫтырыу – барыһы ла улар яуаплылығында. Ҡала һәм халыҡ тормошондағы һәм эшмәкәрлегендәге бөтә мәғлүмәт тап ошо диспетчер үҙәгенә килә. Күп функциялы хеҙмәт иң яҡшы техника менән йыһазландырылған, ҡалалағы бөтә видеокүҙәтеү системаһына тоташтырылған, транспорт хәрәкәте көҙгөләй асыҡ күренә.
– Бер сменала дүрт кеше эшләй. Бер үк һорау менән тиҫтәләгән кешенең шылтыратыуы мөмкин. Ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда үҙен тыныс тота алмаған, ығы-зығы тыуҙырған, тауыш күтәргән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә була. Көсөргәнеште йомшартырға, тулы мәғлүмәт алырға өйрәнеүҙән тыш, тейешле структураларға ваҡиғаның киҫкенлеген дөрөҫ еткереү зарур. Мәсьәләне хәл итеү өсөн үҙеңә был өлкәлә балыҡтай йөҙә белеү кәрәк. Эш еңелдән түгел, әммә беҙ уны яратып башҡарабыҙ, ҡаланың ҡайнап торған ҡаҙанында хеҙмәтебеҙҙең мөһим урын алыуын аңлайбыҙ, – ти уяу диспетчер ҡыҙҙар Роза Ғәлиева менән Әлмира Камалова.