Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү.Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был тәңгәлдә белем усаҡтары ла маҡсатлы уй-ниәттәрен уңышлы тормошҡа ашыра, ил әһәмиәтендәге ошо эш эҙмә-эҙлекле дауам итә.
Ҡырмыҫҡалы ауылындағы С. Чугункин исемендәге 1-се урта мәктәптә ҡыҙ һәм егеттәрҙең үҙ теләге менән төрлө йәмәғәт эштәренә ылығыуы, эргә-тирәләгеләргә ярҙам күрһәтеү кеүек изге ғәмәлдәрҙе белем эстәү менән бергә тигеҙ алып барыуы маҡтаулы.
– Беҙҙә ирекмәндәр хәрәкәте пионер ойошмаһы эшмәкәрлегенә ауаздаш, балалар һәр төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, – тип һөйләй мәктәп директоры Дамир Әхтәмов. – Уҡытыу төшкә тиклем дә, унан һуң да ойошторолғас, белем биреү учреждениеһы ҡырмыҫҡа иләүе шикелле мыжғып тора. Дәрестәр ҙә, йәмәғәтселек эше лә бер рәттән бара.
Тарихтан күренеүенсә, 1923 йылда ВКП(б) ҡарары нигеҙендә Ҡырмыҫҡалы ауылында улыс терәк мәктәбе асылған. Бөгөн иһә ике сменала эшләгән белем усағында 450 бала иҫәпләнә. Бында уҡыу сифаты һәм өлгәш кимәле юғары, төрлө түңәрәктәр эшләй, кластан тыш сараларҙан берәү ҙә ситтә ҡалмай.
Дамир Флүр улы белдереүенсә, 2018/19 уҡыу йылында 15 ҡыҙ һәм егет ХI класты тамамлаясаҡ. Һуңғы биш йылда алып барылған күҙәтеүҙәр буйынса сығарылыш уҡыусыларының күбеһе техник йүнәлеш буйынса уҡырға инә. Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм башҡа вуздар студенттары булып китәләр.
Быйыл ике параллель I класс ойошторолған. Бәләкәстәр араһында “Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” тигән һораулама үткәргәндәр. Малай һәм ҡыҙҙарҙың өстән бер өлөшө үҙҙәрен предприятие етәксеһе итеп күрергә теләгән. Башланғыс кластар уҡытыусылары Гөлшат Фәйзуллина менән Зифа Моратова бәләкәстәрҙең ҡыйыу яуаптарына сикһеҙ һөйөнә, икеһе лә һәр баланы төрлө яҡлап үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Бынан тыш, кескәйҙәрҙе хәҙерҙән үк төрлө сараларға һәм бәйгеләрҙә ҡатнаштырыу эшен маҡсатлы алып баралар.
2007 йылда бер миллион һумлыҡ грант отҡан мәктәп алдынғы мөғәллимдәре менән ғорурлана. Башланғыс класс уҡытыусыларынан тыш, Гөлсирә Шәмсетдинова, Гөлназ Ғирфанова (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), былтыр “Рәсәйҙең иң яҡшы педагогы” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып еңеү яулаған Альбина Осипова (технология) һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Альбина Климентьевнаның уҡыусылары Азалиә Ғәйнуллина менән Динара Әсфәндиәрова ла технология буйынса олимпиадала призлы урындар яулаған.
Белем биреү учреждениеһы етәкселегенең тәү бурыстарының береһе – балалар күңелендә илһөйәрлек, һау-сәләмәт быуын тәрбиәләү. Мәҫәлән, “Хеҙмәткә һәм илде һаҡларға әҙер!” нормаларын үтәүгә һәр бала етди әҙерләнә. Зарина Данилова (IХ класс), Сулпан Хәсәнова (Х класс) һәм Илмир Йыһаншин (ХI класс) алтын миҙалға дәғүә итә.