Республикабыҙҙа, шул иҫәптән Өфөлә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм мөғәллимдәрҙе дәртләндереү маҡсатында төрлө бәйгеләр ойошторола. Бөгөн баш ҡаланың 159-сы Белем үҙәгендә “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы – 2019” – XXII һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019” XV ҡала һөнәри оҫталыҡ конкурсы тантаналы шарттарҙа асылды.
Белем усағының фойеһына аяҡ баҫыу менән үҙеңде байрамдағы кеүек хис итәһең. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусы балалар ҙа берҙәй ыҫпай кейенеп килгән, конкурсанттар тураһында әйтәһе лә түгел. Ә инде тамаша залына алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Һәр йылдағыса, бәйге ҡыҙыу булмаҡсы.
Быйыл кемгә өҫтөнлөк бирелер? Уныһын инде ваҡыт үҙе күрһәтер. Шул билдәле, уҡытыусы тигән юғары исемде йөрөткән, үҙ һөнәрен яратҡандар мотлаҡ еңеүгә өлгәшәсәк, ә еңеүсе 2019 йылдың февраль айында билдәле буласаҡ.