Алимент түләнмәһә...22.05.2012
1 июнь — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ошо айҡанлы “Башҡортостан” гәзите Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров менән тура бәйләнеш ойоштора. Унда алимент түләү мәсьәләһе буйынса үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы бирә алаһығыҙ.
“Ҡыҙыу линия” 25 майҙа сәғәт көндөҙгө 11-ҙән 12-гә тиклем эшләйәсәк, 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратыуҙар көтәбеҙ. Алдан һорау әҙерләп “суд приставына” тамғаһы менән [email protected] электрон адресына ебәрә йәки 8 (347) 272-86-29 телефонына шылтырата торһағыҙ, тағы ла отошлораҡ.


Вернуться назад