Сибай ҡалаһында йәшәгән 20 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән социаль таныҡлыҡ алып һөйөндө. Уларҙың дөйөм суммаһы — 6 миллион һумдан ашыу.
Йәштәрҙең күбеһе ипотека түләй, тимәк, был аҡсалата ярҙам бурыстарын ҡаплауға, йә иһә фатирҙы киңәйтеүгә тотоноласаҡ. Иң мөһиме, улар йәшәгән йортта балалар тауышы тынмаһын, ғаиләләр татыу булһын.