Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Белорет районында булды.
Тирлән ауылында төбәк етәксеһе “Планета” физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Урындағы халыҡ менән көнүҙәк проблемаларҙы, атап әйткәндә, медицина кадрҙарына ҡытлыҡ, юл һәм коммуналь инфраструктураны үҫтереү, социаль һәм мәҙәни объекттар төҙөү, шулай уҡ рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ошонда уҡ Радий Хәбиров 1930 йылдарҙа һалынған биналағы ауыл мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. Муниципалитет етәкселеге һәм урындағы халыҡ әйтеүенсә, ауылға заманса күп функциялы социаль-мәҙәни үҙәк кәрәк. Төбәк етәксеһе республиканың төҙөлөштә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
Һөйләшеүҙә ауыл халҡы зыярат эргәһендәге сүплеккә зарланды. Радий Хәбиров муниципаль власҡа йыл аҙағына тиклем сүп-сарҙы йыйырға һәм фотоотчет ебәрергә ҡушты.
Тирләндә республика етәксеһе 1994 йылғы ташҡын ағыҙған металлургия заводы емереклектәрен ҡарап сыҡты. Әле биләмә туристарҙа ҙур танылыу яулаған. Радий Хәбиров район хакимиәтенә уны төҙөкләндерергә ҡушты.