Ә дәүләт ҡайҙан һатып ала?04.12.2018
Теләһә ниндәй эште башҡарыу ҙа матди сығымдарға нигеҙләнә, шул иҫәптән дәүләт органдары үтәргә тейешле ғәмәл дә. Дауаханаға яңы медицина ҡорамалдары алыуҙан башлап, балалар баҡсаһы өсөн ҡәләм һатып алыуға тиклем ҡаҙна аҡсаһы түләнә.

Ә был сығымдар өсөн һәр министрлыҡ һәм дәүләт ойошмаһы мотлаҡ отчет тоторға тейеш. Шул иҫәптән – ҡайҙан һәм ниндәй исемле ойошманан һатып алыу буйынса ла. Ҡануниәткә ярашлы, ул һәр саҡта ла алдан иғлан ителгән конкурс нигеҙендә башҡарыла.

Бөгөн республиканың Ауыл хужалығы министрлығында үткәрелгән “Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль ихтыяжы өсөн үҙәкләштерелгән һатып алыу системаһын үҫтереү” тип аталған семинар ошо ғәмәлде башҡарыуҙың бөгөнгө көн талаптарын нисек үтәүенә, ундағы үҙгәрештәргә һәм яңылыҡтарға бағышланғайны. Был турала тулыраҡ киләһе һандарҙың береһендә уҡый алаһығыҙ.




Вернуться назад