Ҡыш бабай сәләм ебәргән04.12.2018
Бөтә ил Яңы йылға әҙерләнгән, балалар Ҡыш бабай көткән мәлдә Ишембай районының Этҡол ауылы мәктәбенә ғәжәп ҡунаҡ килгән. Яҡындағы тауҙан Мәктәп урамына марал төшкән.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә хайуанҡайҙың фотоһүрәте сығыу менән “Ҡыш бабай йығылып төшөп ҡалған”, “Боланды еккән, әммә ултырып өлгөрмәгән”, “Рәхим итегеҙ” тигәс килдем әле”, тигән кеүегерәк комментарийҙар менән шаяртышып алғандар. Ҡунаҡ белем йортона килгәс, Этҡол урта мәктәбе директоры Дамир Баһауетдинов менән бәйләнешкә сығырға булдыҡ.

– Мәктәп алдына ҡарҙан төрлө фигуралар эшләп ултыртҡайныҡ, әллә шул ҡыҙыҡтырҙы маралды. Еңел генә итеп кәртә аша һикереп килеп инде. Тәүге ун биш минут ҡыҙыҡ күреп фотоға төшөрҙөк. Шулай ҙа бәләһенән баш-аяҡ тигәндәй, балаларҙы ҡайтарҙыҡ, – тине ул.

Был ваҡиғаны ауыл халҡы ысынлап та Ҡыш бабайҙың сәләме итеп ҡабул итте. Әйткәндәй, Яңы йылға әҙерлек етди бара бында. “Аллеялағы тере шыршыларға гирляндалар, уйынсыҡтар элеп сыҡтыҡ, әлеге ваҡытта балалар өсөн тау ҡуйыла һәм боҙ фигуралар эшләнә,” – тине Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова.


Вернуться назад