“Хәйерсе” фатир бүләк иткән04.12.2018
“Пятница” телеканалында “Секретный миллионер” реалити-шоуының өсөнсө сезоны башланды. Проекттың ҡағиҙәләре буйынса, бай эшҡыуарҙар үҙ тормоштарынан баш тарта һәм аҡсаһыҙ, таныштарһыҙ килеш ил ҡалаларына юллана. Шоу барышында ул ярҙамға мохтаж кешеләрҙе табып, финанс ярҙамы күрһәтергә тейеш.

Проектта ҡатнашыусыларҙың береһе – уңышлы эшҡыуар Иван Серебренников Стәрлетамаҡты һайлай. Легендаға ярашлы, ул үҙен балалар хоккей клубының элекке тренеры тип таныштыра, йоҡлар урын эҙләргә, бөтә тырышлығын һалып эшләргә мәжбүр була. Хәйерсе булып кейенгән серле миллионер аҡсаға мохтаждарҙы таба һәм ярҙам итә.

Иң ҡиммәтле бүләкте миллионер күп балалы яңғыҙ әсәгә тапшыра. Алты балаһы менән әсә сүплек торбаһы янындағы коляскалар ҡуя торған урында йәшәргә мәжбүр булған. Быны күреп ҡалған Иван ғаиләгә күп бүлмәле фатир бүләк итә. Стәрлетамаҡтың башҡа кешеләре лә миллионерҙан ҡиммәтле бүләктәр алған.



Вернуться назад