“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Бала йөрәгенә ҡағыл” акцияһына ярашлы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланған тиҫтәләрсә балаға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелде.
Һигеҙ йәшлек Айна Пурлиева “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетына тәүгә килгән. Был көн уның өсөн ысын байрамға әүерелде. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов кескәй ҡыҙға Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәгендә бушлай дауаланыуға сертификат тапшырҙы. Хәҙер Айна Мәскәүгә юлланасаҡ. Йөрәк сирле ҡыҙсыҡҡа юғары технологиялы операция яһаясаҡтар.
“Мәскәү миңә бик оҡшай. Ҡаланы ҡарарға, урамдар буйлап йөрөргә, метроға төшөргә хыялланам. Өҫтәүенә, унда миңә ярҙам итәсәктәр. Әле өс кенә әхирәтем бар, йөрәгем ауыртҡанға күрә йүгерергә, һикерергә ярамай, шуға ла башҡа балалар менән уйнай алмайым. Операция яһатҡас, кинәнеп уйнаясаҡмын, яҡшыраҡ уҡый башлармын, моғайын”, — тине Айна.
Мәскәүгә барыу — ҡыҙҙың күптәнге хыялы. Өфөгә лә һирәк килә ул. Баш ҡаланан ситтә, Урман ҡасабаһында йәшәй. Ата-әсә операцияға аҡса йыя алмаҫ ине. Ғаилә көнөнә “Берҙәм Рәсәй” партияһынан һәм милләт сәләмәтлеге лигаһынан тапшырылған бүләк уларҙың тормошонда иң мөһим ваҡиға булды.
“Был ярҙамды оҙаҡ көттөк. Ышандыҡ, баланың һауығыуына өмөт юҡ ине. Өфөлә ике операция үткәрҙек, әммә улар хәлде ваҡытлыса ғына еңеләйтте. Хәҙер ҡыҙыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырырҙар, ул ауыртыу-һыҙланыуҙың нимә икәнен онотор, тип ышанам”, — ти Айнаның әсәһе.
Башҡортостанда “Бала йөрәгенә ҡағыл” акцияһы 2009 йылдан тормошҡа ашырыла. Кескәй Айнаға сертификат та уға ярашлы тапшырылды. Былтыр 32 балаға Рәсәйҙең баш ҡалаһында дауаланыуға ошондай уҡ сертификат бирелгәйне. Быйыл бушлай медицина ярҙамы 23 балаға күрһәтелде.
Азат САҘРЫЕВ.