Кушнаренко район хакимиәте башлығы Р. В. Нурғәлиев, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары А. Л. Исмәғилев, Кушнаренко үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Х. Хәйҙәров Өфөлә БДМУ студенттары менән осрашты. Сараның маҡсаты – район үҙәк дауаханаһына кадрҙар етмәү сәбәпле, район хакимиәте тарафынан белгестәр йәлеп итеү өҫтөндә ентекле эш алып барыу.
Етәкселәр осрашыуға килгән студенттарҙы Кушнаренко районы менән яҡындан таныштырҙы, дауаханаға эшкә урынлаштырыуҙың перспективаларын һанап үтте.
“Кушнаренко районына рәхим итегеҙ!”, – тине сара һуңында район хакимиәте башлығы Р. В. Нурғәлиев.