Кеше кешегә һәр саҡ мохтаж04.12.2018

“Беҙҙең яңы йорт” проектының тәүге аҙымдары.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң тыныс, кеше күҙенән алыҫ, йәмле, әммә тораҡтар һәм йәмәғәт транспорты менән яҡшы бәйләнгән урынында урынлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән психо-неврология интернаты. Йыш ҡына бындай статустағы учреждениелар тураһында һүҙ барғанда, күҙ алдына мөшкөл хәлле, заман яңылыҡтарынан артта ҡалған, күреү менән кәйефте төшөргән биналар килеп баҫа. Сәфәрҙәр барышында төрлөһөнә юлығылды, әлбиттә, яҡшыһына ла, яманына ла тигәндәй.

I һәм II группа инвалидлығына дусар булған 340 ҡатын-ҡыҙҙы үҙ ҡуйынына алған интернаттың билә­мәһенә аяҡ баҫыу менән бында ысын хужаларға ғына хас тәртип, йыйнаҡ­лыҡ, зауыҡ кеүек төшөнсә­ләрҙең хөкөм итеүенә инандыҡ. Һәр ерҙә ял урындары, эскәмйәләр, “Асыҡ мөхит” про­граммаһына ярашлы бөтә уңай­лыҡ­тар еренә еткереп булды­рылған. 1960 йылда ҡарттар һәм инвалидтар өсөн төҙөлгән йорт ун дүрт йылдан һуң психо-неврология интернаты итеп үҙгәртеп ҡорола. Етәкселәр алмашынып торһа ла, уның йүнәлеше, бурысы, социаль хеҙмәт алыусыларға ҡарата мөнәсәбәте генә үҙгәреш кисермәй.

[center]
— Беҙҙең коллективта осраҡлы кешеләр юҡ, килеп эләккән хәлдә лә уларҙың бында тотҡарланыуы мөмкин түгел, — ти интернат директоры Илдар Биктимеров. — Күңел йылылығы, фиҙакәрлек, эскерһеҙ ярҙам талап итә торған хеҙмәт беҙҙә. 340 төрлө ауыр яҙмышлы кешене бер йортҡа йыйып, һәр береһенә яҡшы шарттар тыуҙырып, иғтибар менән солғау еңел түгел. Берҙәм коллек­ти­выбыҙ көтөлмәгән һәр ауырлыҡты сабыр­лыҡ менән еңеп сығырға өйрәнгән. Һәр кем беҙгә ҙур тормош тәжри­бәһе туплап килә.

Психик сир менән яфаланған 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтар өсөн махсуслашҡан социаль учреждениела йәшәүселәр көндәлек тәр­биәгә мохтаж. Психиатрия, терапия ярҙамы күрһәтелә, икенсе ҡатта тотош медицина блогы — врач, фельдшер кабинеттары, массаж һәм процедура кабинеттары, тренажер залы урын алған. Медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора. Интернатта тәрбиә­лә­неү­селәрҙең береһе лә бында үҙ ирке, үҙ ихтыяры менән килмәгән, әлбиттә, тетрәнеүҙәр, фажиғәләр, ғаиләләге ауыр, түҙеп торғоһоҙ хәлдәр, сирҙәр эҙемтәһенән эҙләргә кәрәктер уның сәбәбен. Заманында бик яҡшы белем алып та, бер нисә сит телде үҙләштереп тә, юғары дәрәжәләргә эйә булып та ошо йортҡа һыйынырға мәжбүр булған гүзәл зат вәкилдәре етерлек. Үке­несле яҙмышҡа дусар ҡатындарҙың бөгөнгө тормошон матур төҫтәр менән балҡытыу, йәнләндереү, уңайлы шарттарҙа йәшәтеү, тәмле аштар менән һыйлау, яҡты йөҙ күрһәтеү хәстәре менән йәшәй бында эшкә килгән һәр кем.

Дүртәр кеше йәшәгән бүлмәләр таҙа һәм яҡты, аяҡ аҫтарында — йылы, матур келәмдәр. Тәҙрәләр­ҙәге йәйғорҙай селтәрҙәр бүлмә­ләрҙе биҙәй. Ашханалағы зауыҡлы дизайн, заманса өҫтәл-ултырғыс­тар, һәр ерҙә күҙгә бәрелгән бөх­тәлек һоҡланыу уята. Был хәтлем ҡатын-ҡыҙҙың буш ваҡытын йөк­мәткеле, файҙалы итеп үткәреү өсөн күпме көс һалырға, ҡыҙыҡлы сара уйлап табырға, һәр кемдең ҡулдарынан килерлек шөғөлгә ылыҡтырырға кәрәк, ғәмәлдә бының булыуы мөмкинме икән? Бер төр­көм ҡатын-ҡыҙҙың тегеү цехында алъяпҡыс, бейәләй һәм башҡа кәрәк-яраҡ тегеүен, ә бәйләү цехында оҫталарҙың ҡул эштәрен, кәңәшсе-тәрбиәселәрҙең хәстәрле әсәйҙәй хуплап, дәртләндереп тороуын күреп, икеләнеүле уй­ҙар юҡҡа сыҡты. Килгәндә ҡулда­рында энә тота белмәгәндәр хәҙер бәйләмдәре менән барыһын да аптырата, хатта конкурста ҡатнаша. Интернатта “Беҙҙең яңы йорт” тип аталған реабилитация програм­маһын ауырыу диагнозына ярашлы үҙҙәре төҙөгәндәр. Маҡсаты бил­дәле инде: тәрбиәләнеүселәрҙе тормош көтөү өсөн үтә ябай, әммә бик кәрәкле күнекмәләргә өйрәтеү. Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүгә өйрә­неүҙән башлап банкоматтан аҡса, магазиндан кәрәкле әйбер һатып алыуға, кер йыуыу машинаһын ҡулланыуға тиклем.

— Инвалидтарҙы үҙаллы йәшәү­гә яраҡлаштырыу өсөн ҙур хеҙмәт талап ителә. Аҡсаны тотона бел­мәүҙәре, күпме аҙыҡ-түлек кәрәк­леген самалай алмауҙары тәүҙәрәк ныҡ һиҙелде. Һәр аҙымдарын беҙ­ҙең контроль аҫтында башҡаралар. Беше­ренергә өйрәнеү өсөн айырым кухня булдырылды, һауыт-һабаны үҙҙәре йыуалар, бүлмәне тәртиптә тоталар, өҫтәүенә ошо көндәлек эштәре өсөн хеҙмәт хаҡы алалар, — ти директор урынбаҫары Рима Астахова.

Әле “Беҙҙең яңы йорт” проектында алты ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Улар­ҙың көндәлек тормошон һүрәтләгән видеотаҫманы ҡы­ҙыҡһынып ҡара­ныҡ. Иртән тороу менән күмәкләп зарядка яһайҙар, урындарын йыйыштыралар. Кемдер ситлектәге тутыйғошто ашата, кемдер яратҡан ташбаҡаһын... Ә Светаға яҡты, матур йыһаздар ҡуйылған кухняла аш-һыу әҙерләү оҡшай. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында ла һәр иртә ҡалалағы кеүек көсөргәнешле, күп яҡлы тормош башлана. Уҡыйым тиһәң, ике меңгә яҡын китабы булған китапхана бар, үҙешмәкәр­лектә ҡат­нашам тиһәң, бына тигән зауыҡлы костюмдар әҙер, гәзит-журналдар, интернет, күптәрҙе хайран иткән “Брависсимо” музыка-театр сту­дияһы — барыһы ла тәр­биә­ләнеүселәр ҡарамағында. Илдар Харрас улы хужалыҡтағы “тере мөйөш” — пони аты, тауыҡ һәм өй ҡуяндары менән ғорурланыуын йәшермәне.

Шуныһы яҡшы: психо-неврология интернатында янғын хә­үефһеҙ­леге буйынса бөтә тейешле саралар, видеокүҙәтеү бул­дырылған, һәр хеҙмәткәр менән инструктаж үткә­релгән. Ҙур социаль учрежде­ниеның, тормош ҡаршылыҡтарын еңә-еңә, алдарына алған бурыс­тарын намыҫ, һөйөү менән баш­ҡарыуы – лайыҡлы күренеш. Шифалы дауалар, хеҙмәт терапия­һынан башҡа, ихласлыҡ, миһыр­банлыҡ, кешелеклелек төшөн­сә­ләре бында барыһынан өҫтөнөрәк. Шуға күрә интернат мөхитендә шиғри шәл­кемдәр тыуыуы, күңел­дәрҙә шиғ­риәт йәшәүе ғәжәп түгел, Нәфисә Хәлиул­линаның тәүге ижади йыйынтығын ҡулға алғас, үҙегеҙ ҙә ошоға инанырһығыҙ әле.


Вернуться назад