Рух ныҡлығы – ғаиләнән04.12.2018
Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Аҡъяр телевидениеһы һәм район китапханаһы менән берлектә ойошторолған “Рух яҙыуы” конкурсы ошо көндәрҙә үҙ еңеүселәрен билдәләне.

Бәйге март айында старт алды. Тәүге турҙа 26 пар үҙ көстәрен һынап ҡараһа, шу­ларҙан 12-һе генә финалға үтте. Конкурсанттарҙың сығы­шы йыл дауамында Аҡъяр теле­видениеһы хәбәрселәре тарафынан “зәңгәр экран”дар­ҙа күрһәтелә барҙы.

Артабан интернетта тауыш биреү һөҙөмтәһендә иң-иңдәр һайланып, баһалама төркөмө хөкөмөнә сығарылды. Бәйгелә олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡат­нашты. Һәр сығыш яһаусы үҙ­ҙә­ренә генә хас шиғырҙы һай­лаған, уны музыка ярҙамында йә иһә видеослайдтар менән биҙәгән. Әйткәндәй, шиғри һүҙ бәйгеһендә әсәле-ҡыҙлы, апай-һеңлеле, өләсәй-ейәнсәр күбе­рәк булды. Иң оло ҡатнашыусы Нәйлә Түләшеваға 81 йәш булһа, Гөлсинә Атановаға ни бары 4 йәш. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Рух яҙыуы” конкурсында төрлө милләт кешеләре лә ҡатнашып, һәр кем үҙ телендә сығыш яһаны. Шулай уҡ күптәр баһалама ағзаларына үҙҙәре яҙған шиғырҙарын тәҡдим итте.

Проект үҙ маҡсатына иреште: бында ысын мәғәнәһендә һүҙ ҡәҙерен белгән, уны баһа­лаған, шиғриәтте яратҡан бәй­геселәр сығыш яһаны. Төбәк ижадсыларын, нәфис һүҙ оҫта­ларын табып, уларҙы бергә туп­лаған конкурс рух байрамына әйләнде, күңелдәрҙе күтәрҙе.

Һуңғы турға биш финалсы үтте. “Илһам шишмәһе” номи­нацияһында Мәмбәт ауылынан Файза Хәлилова менән Зифа Мөхәмәтова еңеүсе тип таныл­һа, “Рухи хазина” номинацияһы призы Яңы Ергәндән Сәлиә һәм Гөлгөнә Ҡөләмбәто­валарға эләкте. “Халҡым йөҙө” исеменә Маҡандан Вилена менән Рәфиә Килдебаевалар лайыҡ булһа, “Рух ныҡлығы — ғаиләнән” номинацияһында Әбүбәкер ауылынан Гөлшат Билалова һәм Айгөл Байрам­ғолова бүләкләнде. Бәйгенең махсус “Тамашасы һөйөүе” призын Иҫәнгилденән Ғәлиә Бәширова менән Дилә Ишмө­хәмәтова алды. Ә “Рух яҙыуы” конкурсының гран-приһын хаҡлы рәүештә райондың билдәле сәсәниәһе Фәниә Арыҫланова менән ҡыҙы Динара Сафина яуланы. Уларға төп приз – телевизор тапшырылды.

Шуныһы ҡыуаныслы: шиғри­әтте үҙ иткән, уны яратҡан бө­тә конкурсанттарға ла ярты йылға “Башҡортостан-Йома” гәзитенә подписка бүләк ителде.


Вернуться назад