Яңы тормош башлана!04.12.2018

Йәки Скворчиха ауыл советы биләмәһенең бер көнө.

...Ишембайға Мәләүез районы менән тоташтырған юлдан барғанда, уң яҡта ултырған Скворчиха ауылы ус төбөндәгеләй күренә. Уның тын алышын һиҙер өсөн шул күркәм урынға бер һирпелеп кенә ҡарау ҙа етә: төбәк үҫешә! Ферма биналарындағы төҙөлөштән дә, ауылдағы ҡалай башлы яңы йорттарҙан да, урам буйлап йүгергән малай-ҡыҙҙарҙан да сығып һығымта яһарға мөмкин. Шулай ҙа... Дөйөм биләмәнең тормошо менән яҡындан танышыр өсөн уның бер көнөнә бағайыҡ әле.


Ер кешеләрен хәстәрләүсе бар

...Ауыл хакимиәте башлығы Гүзәлиә Бардовскаяның кеҫә телефоны һандарын бирһәләр ҙә, стационарҙан ғына табып булды. Баҡтиһәң, урында мобиль телефон тотмай икән. Етәксе менән күреш­кәс тә һүҙҙе ошо проблеманан башлайбыҙ.

— Күрше ауылда вышка ҡуйыл­ды, оҙаҡламай беҙҙә лә элемтә булырға тейеш, көтәбеҙ, — тине Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы. Ғөмүмән, башҡарылған эштәр ҙә бар, ҡул етмәгән мәсьәләләр ҙә аҙ түгел.

— Күптән түгел генә Кинйәкәй ауылында Йылға урамына газ үтеүе ҡыуаныслы хәл, хәҙер зәңгәр яғыулыҡты өйҙәренә тоташтырып бөтөп баралар, — ти етәксе.

Скворчихала “Урындағы баш­лан­ғыстарға булышлыҡ итеү про­граммаһы” нигеҙендә клубты төҙөк­ләндереү эше лә башланып тора икән. Проекттың хаҡы — 1 450 мең һум. 150 мең һум халыҡтан йыйылған, 150 мең һум – район бюджетынан, йәнә 150 меңде фермер Привалов биргән.

— Дөйөм биләмә матурлана, әммә ауылда проблемалар ҙа юҡ түгел. 1981 йылдан бирле хеҙмәт иткән һыу линияһын ремонтларға кәрәк. Йә бында тишелеп аға, йә икенсе урында һыу бүҫеп сыға, алдағы йылда был мәсьәләне хәл итергә ине – “Урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү” програм­маһына ярашлы торбаларҙы яңыртасаҡбыҙ, — тип пландары менән уртаҡлаша ауыл хакимиәте башлығы. Урындағы мәшғүллек, тәртип менән ҡыҙыҡһынғас та, матур яуап яңғырай:
— Эш булмағанда, эскелек бар ине, хәҙер был кире күренеш яйлап һүлпәнәйә, сөнки Александр Зиновьевич (“Привалов” КФХ-һы – авт.) эш хаҡы түләй, ә эскәндәрҙе оҙаҡ тотмай, — ти Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы.

Ғөмүмән, бында тормош яҡ­шы­рыуға бөтә яҡлап та өмөт бар. Бы­ны ауыл хакимиәте башлығы менән урындағы ҙур хужалыҡ – “Привалов” крәҫтиән (фермер) хужалығына барып төшкәс тә күрәбеҙ.


— Элек ир-ат ҡына түгел, хатта ҡатын-ҡыҙ ҙа Салауат, Ишембай ҡалаларына, Себергә эшкә йөрөй ине, хәҙер башлыса бында хеҙмәт урыны таптылар. Ауылдарға автобус йөрөй, тик эш бит бында булырға тейеш, — тип шатлығы менән бүлешә биләмәһе өсөн янып көйгән етәксе.
Ауыл халҡына эш биргән хужа­лыҡ етәксеһенең ишеген шаҡый­быҙ. Александр Приваловтың Ишембай ҡалаһында шәхси заводы барлығы һәм яңыһын һала башлауы беҙгә билдәле ине. Шуға текә ағайҙы күҙ алдына килтерәм. Тик, ишек асылып киткәс, хаталаныуыма тиҙ төшөнәм.
— Килгәндә күргәнһегеҙҙер, 400 баш һыйырға ике ҙур ферма төҙөү менән мәж киләбеҙ. Киләсәктә һөттән дә, иттән дә табыш алырға иҫәп тотабыҙ, шуға ферманы киңәйтергә кәрәк. Меңгә яҡын баш һарыҡ та тотабыҙ, — тип ихлас күрешеп, хужалығы менән таныштыра Александр Зиновьевич.

“Привалов” крәҫтиән (фермер) хужалығында иллегә яҡын кеше эшләй, шул иҫәптән утыҙы – скворчихалар. Ҡыш уртаса эш хаҡы 20-25 мең һум тәшкил итә, ә бесән-ураҡ йәки эштең ҡыҙған мәлендә тырыштар 50 мең һумға ҡәҙәр хеҙмәт хаҡы менән баһалана. Шулай булғас, ни өсөн ситтә эш эҙ­ләргә һуң?! Хәйер, эш урыны ғынамы ни, бөтә социаль проекттар, эштәр ҙә “Привалов”һыҙ үтмәй. Пай ерҙәрен ҡулланған өсөн таратҡан игенгә, мәҫәлән, ауыл халҡы һөйөнөп бөтә алмай. Ҡайҙалыр ерҙәрҙе бушлай тиерлек файҙаланғанда, бында кешеләр тупрағынан табыш ала.

— Һауын залы заманса, әле райондағы башҡа хужалыҡтарҙа ла бындай йыһаз юҡ. Залда Италиянан килтерелгән ҡорамалдар тора, улар һыйырҙың йәшен, ауыр­лығын, уртаса һауын мөмкинлеген генә түгел, хатта кәйефен дә белеп тора, — тип дауам итә һүҙен Александр Привалов. — Әлбиттә, барыһы ла автоматлаштырылған. Һыйырҙар талғын музыка тыңлап ҡына һауҙырасаҡ.

Әйткәндәй, тоҡомло һыйырҙар көтөүгә йөрөмәйәсәк икән, әммә ауыл халҡына барыбер эш була­саҡ, мал аҙығы әҙерләргә кәрәк бит.
Был тиклем төҙөлөштө, эште яң­ғы­ҙың башҡарып сығыу, хужа­лыҡ нисек кенә көслө булмаһын, ауырға төшә.

— Алты-ете миллион һумлыҡ субсидия көтәбеҙ, был төҙөлөшкә киткән сығымдарҙың яҡынса 30 про­центын ҡайтарасаҡ, — ти фермер, мәҫәлән, дәүләт ярҙамы хаҡында.

Ауылдарҙың үҫешендә ошондай шарттарҙың күберәк һәм йышыраҡ, иң мөһиме — маҡсатлы булыуын теләргә ҡала.
Инвестиция тигәндән, һарай ремонтлау, тоҡомло мал һатып алыу – барыһы ла ҙур суммаға барып баҫа. Рәт-рәт булып теҙелеп киткән ҡеүәтле техника: өс К-700, биш Т-150, туғыҙ “Беларусь”, ете яңы комбайн, “КамАЗ”дар ҙа бар. Бер комбайн ғына 7,5 миллион һум торғанын иҫәпкә алғанда, хужа­лыҡты тергеҙеүгә ниндәй көс киткәнен самаларға ғына ҡала. Уйҙарҙы һиҙгәндәй, Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы ла үҙ фекерен индерә:
— Хужалыҡ, әлбиттә, колхоз бөткәс тә йәки техника металл тапшырыу үҙәгенә оҙатылып, биналар ҡутарылып бөтмәҫ элек эшен башлаһа, еңелерәк тә булыр ине, тик элекке хужалыҡтан ярым-емерек мираҫ ҡына ҡалды. Уның ҡарауы, хәҙер хужалыҡ таны­маҫлыҡ булып үҙгәрә, тыуған ере­беҙ сәскә ата, — тигән һығымтаға килә ул.

“Мин баҡсаға барам”

Урта мәктәп булһа ла, ауыл­дарҙа башлыса башланғыс клас­тар ғына уҡый икән. Өлкәнерәктәр автобус менән башҡа биләмәгә уҡырға йөрөй. Әлбиттә, урындағы халыҡ “балалар туғыҙынсы класты ауылдағы мәктәптә тамамлаһын” тигән фекерҙә. Тик балалар һаны етмәгәс йәки кластар тулы булмағас (класта ете бала булырға тейеш), уҡыусылар барыбер сит ауылға йөрөй. Хәйер, мәктәп бит ябылмаған, балалар һаны ғына етмәй. Шуға күрә, бер яҡтан, эштең башы барыбер ҙә йәш ғаиләләрҙең үҙҙәренә барып төртөлә һымаҡ. Ә улар (йәш ғаиләләр) саҡ тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә баш­лаған, ситтән килеп эшләүселәр араһында ла ғаиләләре менән күсеүселәр бар. Бындай ғаилә­ләргә Александр Зиновьевич ярҙам итеп, өй һалырға йыйына. 18 участка әҙер ҙә инде, унда өй һалырға ғына ҡала. Был йорт өсөн ғаилә ун йыл дауамында түләп бөтөргә тейеш була.

— Ошо өйҙәрҙе туйлап, йәштәр нығынып китһә, мәктәп тә тулы кластар менән эшләй башлар, — тип өмөтләнә Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы. Шулай, ауылда тормош һүрелмә­һен өсөн, социаль шарттар ғына түгел, эш урыны ла кәрәк. Бәлки, элекке хужалыҡ бөлмәй ҡалып эш­ләһә, мәктәптә лә проблема бул­маҫ ине, шуға күрә ер кеше­ләрен хәстәрләп, тик табыш хаҡында уйламай ғына инвестиция индергән Александр Привалов кеүек шәхес­тәрҙең күберәк булыуын теләргә ҡала. Урындағы йәшәйеш уларҙың эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле.

Танышыуҙы кескәйҙәрҙән баш­ла­йыҡ – мәктәпкәсә төркөм дә ошонда урынлашҡан. Балаларға тәрбиәне Әлфиә Хәйруллина менән Тәнзилә Солтанова бирә. Ике тәрбиәсе лә ошо уҡыу йылында эш башлаған. Әлфиә, мәҫәлән, быйыл ғына вуз тамамлап, ауылға ҡаланан – Ишембайҙан күсеп килгән.

— Бында эш тәҡдим иткәстәр, башта баҙап ҡалдым, ләкин килгәс тә оҡшаттым. Баҡса үҙе лә йәмле, балалар шундай теремек, ауыл халҡы ла күңелгә ятты, — ти ул, тәүге эш көнөн иҫләп.

Әлбиттә, Әлфиә ҡысҡырып әйтмәһә лә, төп сәбәп барыбер ҙә балалар яратыуға барып төртөлә.
Балалар баҡсаһының торошона килгәндә, төркөмгә килеп ингәс тә, йәм бөркөп тора. Бүлмә күркәм итеп йыһазландырылған, йылы, балалар кинәнеп иҙәндә теҙелеп уйнап ултыра, ә тәрбиәселәре уларҙың ялы һәм шөғөлдәре ҡыҙыҡлы булһын өсөн, бар көсөн һалып тырыша. Ошондай матур шарттар тыуҙырғанға, апайҙа­ры шулай ихлас булғанға күрә ике тиҫтә баланың һәммәһе лә һәр иртә “мин баҡсаға барам” тип ашҡынып тороуына аптырарға түгелдер.

Мәктәп уҡыу урыны ғына түгел

Баҡсанан мәктәпкә тиклем күсмә һәм тура мәғәнәлә лә бер аҙым булғас, шунда уҡ башланғыс клас­тар кабинетына инәбеҙ.
Уҡытыусы ла тәрбиәсе һымаҡ йәш белгес икән. Миләүшә Кин­йәғоҙова ике класта дәрес алып бара. Кескәйҙәр ояла-ояла ғына: “Апай ҡыҙы-ы-ы-ҡ итеп һөйләй”, — тине. Хәйер, уҡытыусының эшен яратҡанын төрлө тематик мө­йөштәр менән биҙәлгән кластан да аңлап була. Тик шуныһы: йәнә шул уҡ йәш кадрға мөнәсәбәт уйға һала. Юҡ, бында урындағы етәксе­лекте күҙ уңында тотмайым, Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы, киреһенсә, ауылды йәш белгестәр менән тәьмин итеү, уларҙы үҫтереү яҡлы. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә китапханасы Күмертауға йәш лидерҙар слетына юлланған, башҡалар белемен камиллаштыра. Ғөмүмән, сәбәп башҡала: Миләүшә лә килеп эшләй генә башлаған кадрҙар өсөн тәғәйен программала ҡатнашырға тип ғариза яҙған, тик... икенсе ауылда пропискала тороу сәбәпле, уның мөрәжәғәте кире ҡағылған. Закон сиктәренән сығып булмай шул. Ә балаларҙың фекерен, уҡыусы­ларҙың төрлө олимпиадала ҡатна­шыуын, урындар яулауын иҫәпкә алғанда, бындай уҡытыусылар ауылға кәрәк, бик кәрәк!

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында ремонтланған спорт залына үтә­беҙ. Ремонттың сығымы 400 мең һумға барып баҫҡан. Ошондай проекттар ярҙамында байтаҡ эш башҡарыла, әммә ҡайһы берҙә ялт итеп ремонтланған клубтар бикле тора, спорт майҙансыҡ­тарында буш шешәләр тәгәрәшеп ята. Бында иһә, бәхеткә күрә, спорт залы матурланғас, ауыл йәштәре лә дәртләнеп китеп спортҡа нығыраҡ ылыға икән.

— Көнөнә утыҙлап-ҡырҡлап кеше килә. Кем волейбол, футбол уйнай, кем тренажерҙа шөғөлләнә, аҙаҡ, арығас, сатрашҡа тотоналар, — ти түңәрәк етәксеһе Роза Яковлева.

Роза ханым ауыл халҡын спорт­ҡа Сергей Яковлев менән бергә ылыҡтыра. Улар, әйткәндәй, күптән түгел район кимәлендә спорт ветерандары араһында үткән ярыш­ҡа ла бергә барып ҡайтҡан. Ауыл командаһы өсөнсө урынды яула­ған, ә Роза Яковлева шәхсән иң яҡшы спортсы булып танылған һәм республика кимәленә сыҡҡан. Роза Миңлерахман ҡыҙы үҙе гер күтәреү менән мауыға, гүзәл заттың шундай көслө яғын күреп, һоҡланмау мөмкин түгел. Мәктәп уҡыу урыны ғына түгел, ошондай түңәрәктәр ҙә эшләп килеүе – яҡшы күренеш.


Ике биләмәгә – бер фельдшер

Ҙур ауылда, әлбиттә, социаль учреждениелар рәтендә фельдшер-акушерлыҡ пункты булыуы ла шарт. Биләмәлә үҙ фельд­шер­ҙары ҡабул итеүе ауылдар өсөн мөһим, шуға күрә Рәшиҙә Килмө­хәмәтоваға халыҡтың өмөтө лә, ышанысы ла ҙур. Ул һәр кешене иғтибарлап ҡарап, тәүге медицина ярҙамы менән тәьмин итеп тора.

— Ауырыуҙарҙың төрлөһө бар, башлыса ҡан баҫымы менән йә һыуыҡ тейҙереп киләләр. Кемделер урында дауалап була, кемделер ашығыс рәүештә район дауаха­наһына алып барабыҙ, — тип таныштыра ул эше менән.

Иң мөһи­ме — кеше сирләп киткәс, егерме километр алыҫлыҡ­ҡа ҡалаға барырға түгел, ә иң башта урында хәлеңде асыҡлар табип бар! Тик... Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы ике ауылдың фельдшер-акушер­лыҡ пунктында эшләй. Баҡтиһәң, кадрҙар етешмәй. Шуға ике йәш балаһы булыуға ҡарамаҫтан, фельдшер тегендә лә, бында ла йүгерә. Ә табиптың хеҙмәте эш сәғәте менән генә сикләнмәй...

Ошо урында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ошондай пункттар буйынса әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә: ул, республикала 105 учреждениела белгестәр етешмәүгә бәйле бикле тора, тип белдергәйне. Шуға ике ауыл араһында эшләгән ҡатын-ҡыҙға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Нисек кенә булмаһын, ауыл халҡы табиптың эшенән ифрат ҡәнәғәт:
— Әлдә Рәшиҙәбеҙ бар, — тип ҡыуанысын йәшермәй оҙаҡ йылдар урындағы мәктәптә балаларға белем биргән мәғариф отличнигы Флүрә Ғәлиева.

Ғөмүмән, Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы бар яҡлап та уңған. Ауылдарҙың һаулығын да ҡайғырта, биләмәлә депутат та, тормош иптәше Рәфит Фәрит улы менән өс бала үҫтереп, матур итеп донъя ла көтә. Ете һыйыр, ваҡ мал... Барыһына нисек өлгөрәлер был ҡатын-ҡыҙ!

Һыу – ҡайҙа ла һыу

Скворчихала ҙур ауыл хужа­лығы эшле, икмәкле итһә, бынан ете километр алыҫлыҡта ятҡан Кинйәкәйҙә халыҡ башлыса үҙ ихатаһында тотҡан мал-тыуар, баҡса менән табыш ала. Күптәр Ишембай һәм Салауат ҡала­ларына йөрөп эшләй. Һәр ихатала тиерлек техника тора. Мал тоталар, бесән һаталар, техникалары менән хеҙмәт күрһәтәләр. Етәксе менән артабан ошо ауылға юл тотабыҙ.

Үкенескә ҡаршы, һыу пробле­маһы кинйәкәйҙәргә лә сит түгел икән, улар һыуҙы әлегә бөтөнләй ҡоҙоҡтан ташый икән, әммә әлегә был мәсьәлә иһә сиселмәҫтәй булып ҡала.

— Проектын эшләргә генә миллионлап аҡса кәрәк, быныһы ярты бәлә, баҡтиһәң, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ауыл эсендә һыу эсергә бөтөнләй яраҡһыҙ йәки Кинйәкәйгә тиклем һыуҙы ауылдан ситтән ике километр самаһы алыҫлыҡтан килтерергә кәрәк, — тине етәксе проблема хаҡында.
Был етешһеҙлекте уйлап, бер яҡтан борсолһаң, алдараҡ телгә алған ауыл урамына газ үтеүе ҡыуандыра, ә бит ҡасандыр ауыл халҡы зәңгәр яғыулыҡ булырына ла өмөтөн өҙгән, әммә хәҙер сәйҙәрен газ плитәләрендә генә ҡайнаталар. Киләсәктә икенсе проблеманың да осона сығырына өмөт бар.

Алаҡайҙың берҙәмлеге ниҙә?

...Көн кискә ауышыуға ҡара­маҫтан, биләмәгә ҡараған тағы бер башҡорт ауылын барып кү­рергә теләк бар. Әлбиттә, милләт­тәштәр төйәк иткән өсөн генә түгел. Кеше һаны йөҙгә лә етмәгән был бәләкәй генә ауылдың берҙәмлеге, дөрөҫөрәге, берҙәм булып ҙур эштәр башҡарыуы хайран итә. Сере ауылда 2014 йылда территориаль йәмәғәт үҙидаралығы барлыҡҡа килеүгә бәйле.


Һүҙ ҙә юҡ, әлеге институт булдырылмаһа ла, ауылда дөйөм эштәр барыбер ҙә башҡарылмай ҡалмаҫ ине, тик эш башҡала икән.
— Территориаль йәмәғәт үҙида­ралығы кәрәк, сөнки кеше был осраҡта яуаплыраҡ була, бер староста йүгереп йөрөр урынға, советта торған туғыҙ кеше ҡарар ҡабул итә. Элек бригадир эшкә ҡушып, йүгереп йөрөй торғайны, шуның һымаҡ староста ла бер туҡтауһыҙ саба, бында тотош ауыл үҙе бригадир һымаҡ. Хатта утыҙ кеше булып китә ваҡыты менән, тотош ғаиләләр менән йөрөйҙәр, — тип аңлата уның мәғәнәһен Сәлимә Герасименко. — Зыяратты кәртәләп алдыҡ, мәктәп урамында юл ремонтланды, балалар өсөн майҙансыҡ эшләнек, клуб менән берлектә байрамдар ойоштороп торабыҙ, — тип эштәрен дә барлап үтә үҙидаралыҡ етәксеһе.

Конкурс, программаларҙа ҡат­нашып торалар, тик ҙур проект башҡарып сығыу өсөн гранттар оторға кәрәк шул, ә бының өсөн айырым юридик шәхес булып теркәлергә кәрәк. Ә ул мәшәҡәтте йырып сығырға республикала әлегә ошо уҡ райондың Смаҡай ауылы халҡының ғына теше үтте. Ғөмүмән, территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ауыл Советы янында эшләп килә. Хәйер, атҡарылған эштәрҙе лә ауыл Советынан айырып ҡарау килешмәҫ ине.

Әлеге институттың мәғәнәһен тағы бер күренештә билдәләп китеү дөрөҫтөр: ауылдан йыраҡ тү­гел карьер бар икән, шул карьер­ҙан ҡом ташыған машиналарҙы юл ватмаһын өсөн халыҡ бергә сығып туҡтатҡан. Бына бит, күмәк булғас, көс тә бар! Ауылда эске­леккә ҡаршы көрәшкә үҙидаралыҡ үҙ өлөшөн индерә. Көмөшкә һа­тыуҙы туҡтатҡандар! Ауыл биләмә­һендә ҡатын-ҡыҙҙар советы эшлә­үе лә ҡулай, сөнки бындай “нөк­тәләргә” бергә йөрөйҙәр.


— Ә ҙур проекттарға килгәндә, күл бар. Шул күлде таҙартып, ял урыны ойошторорға ине, — тип се­рен дә сисә Сәлимә Герасименко.
Был ҙур көс талап итһә лә, хыялға һыймаҫтай уйҙар менән йәшәмәй улар, ә теүәл пландар ҡоралар: беренсенән, зыяратта ҡышын йылынырға урын (өй) эш­ләргә һәм ауылды төҙөклән­дереүҙә финанс итеү өсөн эшмәкәрлек булдырыу. Хәйер, был йәһәттән боҙ ҡуҙғалған да инде, сәскә һатып булһа ла, ауыл өсөн файҙа килтерә үҙидаралыҡ советы. Бирһен Хоҙай, ваҡыты еткәс, эштәре бар яҡлап та алға китһен, күҙ алдында шундай күренеш пәйҙә булһын әйҙә: Алаҡай ауылы күлендә, Гөрләүек йылғаһында туристар өсөн ял паркы, унда һәр ауыл кешеһенә эш бар, эскелеккә ваҡыт ҡалмаған, һуңғы йылдарҙа күпләп тыуған балалар ҙур мәктәптә белем ала... Бындай күренеште бөгөн күргән һәр ауылға ла теләргә ҡалалыр – улар быға лайыҡ: матур йәшәргә теләк тә, ойоштороусылары ла бар, эш ваҡытҡа ғына барып төртөлә. Газ, юл, элемтә, эш урыны... Хәйер, әйтелгәндәрҙән сығып, бында яңы тормош бөгөндән үк башлана һымаҡ!

Һандар һәм дәлилдәр

Скворчиха ауыл советы биләмәһендә меңдән ашыу кеше йәшәй, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемгеләр – 186. Былтыр дүрт бала донъяға килгән, быйыл – биш сабый. Сағыштырыу өсөн: 2016 йылда – 13. Шул уҡ ваҡытта, мәрхүм булыусылар һаны ла кәмегән. Әйт­кәндәй, ауылдарҙа бөгөн бер генә лә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалмаған.

Башлыса күпләп дүрт ауылда йәшәйҙәр. Иң ҙуры – Скворчиха, бында 400-ләп кеше. Ә Йәшелтау ауылы иң бәләкәйе – йәй Салауат ҡалаһынан дача тотоусылар ҡайтып йәшәһә, ҡышын бер-ике кешегә ҡала. 2000 йылдар баштарында барлыҡҡа килә ул ауыл. Дүрт тиҫтә йорттан ғына ғибәрәт. Ул биләмә үҙәгенән 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Михайловкала ике генә кеше пропискала тора. Кинйәкәй менән Алаҡайҙа төп башҡорттар йәшәй, Новониколаевкала – башлыса урыҫтар.

Ауылдарҙа (ҙурыраҡтарында) мәктәптәр, мәктәпкәсә төркөм, клубтар эшләп килә. Халыҡты аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән ике магазин һәм ике киоск хеҙмәтләндерә, Скворчиха ауылында почта бүлексәһе эшләй.

Биләмәлә 13 крәҫтиән (фермер) хужалығы үҙ эштәрен йәйелдергән, өс таҡта ярыу цехы эшләй.

Шулай уҡ биләмәлә ике баҡсасылар ойошмаһы ла теркәлгән.
Биләмәнең дөйөм майҙаны – 21672 гектар.

Биләмәгә 11 ауыл ҡарай. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, белорустар, украиндар, сыуаштар, тажиктар, үзбәктәр, немецтар һәм башҡа милләт вәкилдәре бер халыҡ булып йәшәй.


Һуңғы арала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында Скворчиха мәктәбе спорт залында 265 меңлек ремонт эшләнгән, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса Скворчихала йәнә күп функциялы (спорт һәм балалар) майҙан булдырылған, 636 меңгә Алаҡай клубы ремонтланған һәм тирә-яғы төҙөкләндерелгән, 150 мең һумлыҡ йыһаз алынған, 100 мең һумға урамдарҙа 21 лампа ҡуйылған, 181 мең һумға зыяратты кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары алынған, Скворчиха һәм Кинйәкәй ауылдарында туҡталыш павильондары ҡуйылған.


Вернуться назад