Балалар баҡсаһы 150 урынға иҫәпләнгән.
Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан төрлө объекттар төҙөлә. Исемлектә белем биреү усаҡтары ла бар. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында өр-яңы балалар баҡсаһы һалына.
– Йәй миҙгелендә тышта байтаҡ эште тамамланыҡ, хәҙер эскә күстек, – тип һөйләй “Главспецстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка начальнигы Артем Давыдов. – Тәҙрә урындарын уйып һәм уларҙы ҡуйып бөттөк, ишектәрҙе урынлаштырҙыҡ. Беҙҙә һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарағас, ҡытыршылыҡтарға һәм аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуйылмай. Хәйер, хеҙмәткәр үҙенә йөкмәтелгән заданиены тамамлауға сираттағыһын ала. Үҙ сиратында шуның нигеҙендә эш хаҡы түләнә. Стимул булдырғас, һәр береһе тырыша. Көн үтһә, шул еткән тиеүселәр арабыҙҙа юҡ.
Төҙөлөш тәңгәлендә йәмғиәттең тәжрибәһе ҙур. Быға хәтлем уңғандар Бөрйән районының Иҫке Собханғол, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылдарында, Ағиҙел, Октябрьский һәм Дәүләкән ҡалаларында ошоға оҡшаш балалар баҡсаһы ҡалҡытҡан. Бәләбәйҙән тыш бер үк ваҡытта Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта ла төҙөлөш йылдам алып барыла.
Артем Алексеевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, объекттарҙы өлөшләтә төҙөү уларға хас түгел, нигеҙ ҡороуҙан алып асҡысты хужаһының ҡулына тапшырыу – отошло эш алымы.
Төҙөлөш ҡаланың Горохов урамында спорт-һауыҡтырыу комплексы янында бара. Майҙаны – 1 740 квадрат метр, бер ҡыйыҡ аҫтында ашхана, медпункт, спорт һәм тамаша залдары, алты төркөм өсөн бүлмәләр буласаҡ. Балалар баҡсаһы бөтәһе 150 урынға иҫәпләнгән.
Белем биреү усағы киләһе йыл көҙ кескәйҙәрҙе ҡабул итәсәк, тип ышандырҙы әңгәмәсем.
Горохов урамында йәшәгән дүрт бала әсәһе Наташа Максимова һөйләүенсә, ул киләһе йылдан ҡыҙын һәм улын йорттары эргәһендә генә урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөтә башлаясаҡ. Юғиһә иртәнсәк ғәзиздәрен оҙатып ҡуйыуға күп ваҡыт китә. “Яҡын булыуы үҙе бәхет, етмәһә, ул заманса йыһазландырыласаҡ, тинеләр”, – тип өҫтәне ул.
– Төҙөлөш тармағы һеҙҙең өсөн нимә? – тип һораныҡ Артем Давыдовтан.
– 16 йәштән төҙөлөш майҙансығындамын, үҙем теләп Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультетына уҡырға индем, вузды уңышлы тамамланым. Һеҙҙең һорауға килгәндә, бөтә эште бөтөрөп, ситтән ҡарау – иң күңелле мәл. Ҡыҫҡаһы, шуның менән йәшәйем, – тине ул.