Гөлшат Сәләхованың эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ.Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә эшҡыуарлыҡ киң ҡолас алғас, Гөлшат Сәләхованың әсәһе үҙ эшен булдырып, баҙарҙа сауҙа итә башлай.
Ҡәҙерлеһенең ауыр сумка-төргәктәрҙә тауар ташыуын күреп, көҙгө-ҡышҡы һалҡындарҙа, яҙғы-йәйге эҫеләрҙә урамда тороп һатыуын күҙәтеп, “ғүмеремдә лә был эшкә тотонмаясаҡмын”, тип уйлай. Һәм, урта мәктәпте тамамлағас, документтарын Нефтекама һөнәрселек лицейына тапшырып, киләсәктә үҙен төҙөлөштә һынап ҡарамаҡсы була. Штукатур-буяусы һөнәрен үҙләштергәс, Гөлшат Мозаһит ҡыҙы төҙөлөштә тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә, бер нисә йыл эсендә уңған ҡыҙ, эшенең нескәлектәрен өйрәнеп, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙана.
– Ауыр булһа ла, миңә был һөнәр оҡшай ине. Әммә һаулығым буйынса төҙөлөштә артабан ҡалырға мөмкинлек булманы. Яратҡан эшемде ташларға тура килде, – ти Гөлшат Сәләхова.
Аҙаҡ ул һатыусы булып эшкә урынлаша, кафела, ашханала эшләй. Тырыш, бөтмөр, ауырлыҡтар алдында баш эймәгән һәм үҙ көсөнә ышанған ҡыҙ 2004 йылда үҙ эшен асырға йөрьәт итеп, ит һатыуға тотона. Күрше ауылдарға сығып, халыҡтан ит ала, уны Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары баҙарҙарында һатыуға сығара. Яйлап эшҡыуар иттән ярым фабрикаттар етештереү һәм эшкәртеүҙе юлға һала.
Ул осорҙа ит менән булышҡан йүнселдәр төбәктә бихисап була, конкурентлыҡ та үҙен һиҙҙерә. Әммә Гөлшат алдына алған маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн бер ниндәй кәртәләр алдында бирешмәй. Ағиҙел ҡалаһындағы дөйөм ятаҡтан бер нисә бүлмәне ҡуртымға алып, ремонт үткәреп, кафе-ашханаларҙан элекке ҡулланылыштағы ҡорамалдар һатып алып, 2012 йылда аҙыҡ-түлек магазины асып, ошонда уҡ ярым фабрикаттар етештереү цехы булдыра. Ҡулланыусыларҙан тәүге заказдар килә башлай, ә эшләргә кеше булмай.
— Бөгөн ул көндәрҙе иҫкә алһам, ҡыйын булып китә. Кеҫәлә — аҡса, ярҙам һорарлыҡ туғандар ҙа, таныш-дуҫтар ҙа юҡ. Етмәһә, тәүге балама ауырлымын. Шулай ҙа ныҡышмалылыҡ көслөрәк булғандыр, эшмәкәрлегемде артабан дауам итергә көс тә, дәрт-дарман да етте, — ти ул. — Тәүге билмәндәрҙе ирем Нәзил менән әҙерләнек. Аҙаҡ туғандар ярҙамлашты.
Гөлшат эшмәкәрлекте бер аҙ юлға һалғас, бер нисә кешене эшкә саҡыра. Бөгөн эшҡыуар ете кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Уларға ваҡытында түләнгәс, төрлө социаль яҡлауҙар ҡаралғас, әле лә эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар икән. Шәхси эшҡыуарҙың сифатлы һәм, иң мөһиме, экологик яҡтан таҙа һәм, осһоҙ продукцияһына һатып алыусылар араһында ихтыяж ҙур. Хатта Өфө, Нефтекама, күрше райондар халҡы ла яратып ала. Әле бында, билмән, манты, голубцы, быҡтырылған ит, шашлыҡ, кәтлит етештереүҙән тыш, икмәк-ҡалас, кондитер ризыҡтарынан да ауыҙ итергә була. Әйткәндәй, ярым фабрикаттары “Башҡортостан продукты” билдәһенә эйә. Бынан тыш, предприятие хеҙмәткәрҙәре помидор, ҡыяр, борос консервалай, төрлө салаттар әҙерләй. Һәр кем бында ҡойолған тәмле компоттарҙы ла яратып ала.
Гөлшат Сәләхова — Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ-йыл директоры” конкурсының “Ғәжәйеп ҡатын-ҡыҙ” номинацияһы еңеүсеһе. 2015 йылда һәм күптән түгел йыл эшҡыуары исемен яулаған.
Ҡасандыр яҙмышын эшҡыуарлыҡ менән бәйләргә теләмәгән Гөлшат Сәләхованың бөгөн эшмәкәрлеге уңышлы бара, бар күңелен һалып етештергән ризыҡтарын халыҡ яратып һатып ала. Тимәк, яҙмыш тәҡдире шундай булғандыр – халыҡҡа изгелек таратырға, тәмле итеп һыйларға.