Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән һәм пенсияға сығыу алдында торған граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе булып үтте.
Баш ҡаланың 64 предприятиеһы эш эҙләүселәргә мең ярым вазифа урыны тәҡдим итте. Йәрминкәгә килгән ике меңгә яҡын кешенең 860-ы эш биреүселәр менән әңгәмәлә ҡатнашты һәм 574-е эшкә саҡырыу алды. Махсус майҙандарҙа оҫталыҡ дәрестәре, төрлө хеҙмәттәр презентацияланды, өҫтәүенә изгелек акцияһында йәрминкәлә ҡатнашыусыларға кейем-һалым, төрлө кәрәк-яраҡтар тәҡдим ителде. 44-се ҡала поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре өлкәндәрҙең ҡан баҫымын үлсәне, тәүге медицина ярҙамы күрһәтте.