Саң ҡағырға ваҡыт03.12.2018
Башҡортостандың алты районында яман шеш сирен тамам аҙғанға тиклем асыҡлай алмайҙар. Был хаҡта Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров “түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеүҙә хәбәр итте.

Быйыл ун айҙа яман шештең иң аҙған осраҡтары Архангел, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарында билдәләнгән. Сиргә бик һуңлап диагноз ҡуйыла, аҙаҡҡы стадияла инде бер нисек тә ауырыуға ярҙам итеп булмай.

Киреһенсә, Өфө, Ағиҙел, Октябрьский, Салауат, Нефтекама, Күмертау ҡалаларында, шулай уҡ Мәләүез, Яңауыл, Туймазы, Мәсетле, Баймаҡ, Дыуан, Ҡалтасы, Ейәнсура райондарында ауырыуҙар һаны түбән. Министрлыҡ етәксеһе яман шеште иртә асыҡлау буйынса сараларға ла туҡталды. “Түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү хаҡында гәзиттең киләһе һанында уҡырға мөмкин буласаҡ.


Вернуться назад