Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йәш уҡытыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы ҡарарҙы раҫланы.
Документ республиканың дәүләт йәки муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларында кәмендә бер йыл специальность буйынса эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусыларға матди яҡтан булышлыҡ итеүҙе күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта дәүләт ярҙамына дәғүә иткән уҡытыусы уның йәшәгән ерендәге урындағы үҙидара органы тарафынан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылырға тейеш. Тағы ла бер шарт: аҡса алған педагог мәктәптә кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.
Социаль түләү торлаҡ төҙөүгә тәүге иғәнәне йәки ипотека кредиты буйынса процентты ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк. Ауыл ерендә йәшәгән йәки унда эшләргә теләгән уҡытыусыларға өҫтөнлөк бирелә. Торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә 450 мең һум аҡса бирелә.
А. ХӘЛИЛОВ.