Эт менән инергә рөхсәтме?03.12.2018
Инвалидтар көнө алдынан “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” күреү һәләтендә кәмселектәре булған кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе.

Һуҡырҙарҙы йөрөткән эттәрҙең хужалары клубы етәксеһе Гүзәл Хәсәнова дүрт аяҡлы дуҫтар ярҙамына мохтаж кешеләрҙең йыш ҡына ҡыйынлыҡтарға осрауы тураһында һөйләне. Әле бындай инвалидтарҙы йәмәғәт урындарына индермәүҙәре лә ихтимал.

Федераль ҡануниәт һуҡырҙарға юл күрһәткән эттәргә барлыҡ социаль һәм транспорт инфраструктураһы объекттарына инеүҙе рөхсәт итә, ә республика закондары иһә быны тыя. Эксперттар билдәләүенсә, етешһеҙлекте “Йорт хайуандары тураһында”ғы законға үҙгәреш индереп, “юл күрһәтеүсе эт”тең рәсми статусын нығытыу юлы менән төҙәтергә мөмкин.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты Рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова ошо мәсьәлә буйынса парламент тыңлауҙарын ойоштороуҙа һәм законға индереләсәк өҫтәмәләргә хоҡуҡи экспертиза үткәреүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуы тураһында белдерҙе.




Вернуться назад